Сир күренештәре булған балаларҙы мәктәпкә ебәрмәгеҙ

Сир күренештәре булған балаларҙы мәктәпкә ебәрмәгеҙ

Башҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова ата-әсәләргә ошондай үтенес менән мөрәжәғәт итте. Өфөнөң белем биреү йорттарында эпидемиологик хәлде ҡатмарлаштырмау маҡсатында санитар талаптар көсәйтелә. Коронавируслы инфекцияға бәйле хәл оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә ҡаралған тәүге мәсьәлә. Башҡалала сирҙең 42 680 осрағы теркәлгән, шуларҙың 126-һы үткән бер тәүлектә. Ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып хакимиәт башлығы Сергей Греков ойошма етәкселәренә хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин булһа ситтән тороп эшләү тәртибенә күсереүҙе ҡарарға ҡуша.Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина Өфөлә киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡторғандарҙың иҫәбе эпидемиологик тупһанан бейек күрһәткескә етте, тип билдәләй. Тап шул сәбәпле мәктәптәрҙә санитар талаптарҙы үтәү ҡәтғиләшә. Тамаҡ шешеү, тымау, тән температураһы юғары икән, ата-әсә балаһын мотлаҡ табипҡа күрһәтергә тейеш.  Был үтенесте башҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова белдерә. Уҡыусылар араһында ковид сире 1, ОРВИ – 7 процент кимәлендә теркәлгән. Өфө халҡы иһә ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙы үтенә. Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов “Ҡарлы Өфө” интерактив картаһында теркәлгән 7 мең ярымдан ашыу ғаризаның яртыһына күберәге буйынса мәсьәлә хәл ителде, Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте ҡабул иткән мең ярымға яҡын мөрәжәғәттең барыһы ла үтәлде, тип белдерҙе. Миҙгел башынан башҡала урамдарынан 795 мең кубометр ҡар сығарылған.  Оператив кәңәшмәлә артабан ҡала хеҙмәттәренең үткән йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтарын барлау дауам итте. Башҡала урамдарында йәмәғәт тәртибе һағындағы район административ комиссиялары 2021 йылда 62 миллион һумлыҡ штраф һалған. Гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән берҙәм эш идаралығының бүлек мөдире Руслан Баһаүетдинов белдереүенсә, административ яуаплылыҡҡа иң йыш тарттырылған осраҡтар автомобилде газонда йә коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу майҙанында ҡалдырыуға бәйле. Докладсы һүҙҙәренсә, үткән йылда пандемия һәм халыҡтың ҡатмарлы финанс хәле менән бәйле протоколдар парковка ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙғандарға ҡарата ғына тултырылған. Өфөлә теркәлгән енәйәттәр һаны кәмегән. Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө идаралығы начальнигы урынбаҫары Валерий Янситов белдереүенсә, 2020 йыл меннә сағыштырғанда был күрһәткес 8,7 процентҡа әҙерәк. Енәйәттәрҙең 62 проценттан ашыуы шәхси милекте урлау менән бәйле. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән йәнә бер мөһим мәсьәлә – башҡалала Милли проекттарҙы үтәү барышы. Республикала 12 Милли проект сиктәрендә 45 төбәк проекты бойомға ашырыла, Өфө шуларҙың 23-ндә ҡатнаша. Күләмле саралар араһында “Ағиҙел аръяғы”н үҫтереү маҡсатында инженер селтәрҙәре, Затон-Көнсығыш канализация коллекторы төҙөлөштәрен, Инорс биҫтәһендә Йылы күлде төҙөкләндереү, юлдарҙы яңыртып ҡороу һәм ремонлау һәм башҡа эштәрҙе билдәләп үтергә мөмкин.

Читайте нас в Яндекс.Дзен