«Көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа, көньяҡта яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан секундына 8-13 метр тиҙлектә, көндөҙ урыны менән киҫкен елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +3,+8°, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0-дән 3 градусҡаса һалҡынайтып ҡырау төшә, көндөҙ +15,+20°, төнъяҡ райондарҙа +8,+13°», — тиелә ведомство тапшырған мәғлүмәттә.
Өфөлә аҙнаның беренсе эш көнөндә ямғыр яуыуы, тиҙлеге секудына 18 метрға еткән көслө ел булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы төндә +6, +8°, көндөҙ +14,+16° күрһәтәсәк.