Көньяҡ аэропорттарға осоу йәнә 13 майға тиклем тыйыла

  • Көньяҡ аэропорттарға осоу  йәнә 13 майға тиклем тыйыла | ГТРК «Башкортостан»
Һауа транспортының федераль агентлығы илдең көньяҡ аэропорттарына осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимын тағы ла оҙайтты.

11 ҡала, шул иҫәптән Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста 13 майға тиклем самолеттарҙы ҡабул итмәй.

«Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙарҙы Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аэропорттары аша альтернатив маршруттар буйынса ташыуҙы ойошторорға тәҡдим ителде», — тиелә һауа транспортының федераль агентлығы белдереүендә.

Подпишитесь на наш Telegram-канал