Йәйгә Өфөнән Сочиға тура рейс асыла

  • Йәйгә Өфөнән Сочиға тура рейс асыла | ГТРК «Башкортостан»
«Өфө» аэропортының йәйге расписаниеһында 3 июндә яңы рейс асыла. NordStar авиакомпанияһының Boeing 737-800 самолеттары Сочиға оса башлай.

Халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың башҡалаһынан Сочиға рейстар аҙна һайын йома көндө башҡарыла.

«Өфө аэропортынан самолет көндөҙгө сәғәт дүртенсе ун минутта сыға, Сочиға урындағы ваҡыт менән бишенсе егерме биш минутта барып етә. Кире йүнәлештә йома көндәрендә осорға мөмкин», — тиелә Өфө аэропорты белдереүендә.

Самолет юлда өс сәғәт ярым була.

Смотрите нас в YouTube