Өфө һуңғы ҡыңғырау байрамына әҙерләнә

  • Өфө һуңғы ҡыңғырау байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»
Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау байрамында бейеү флешмобы уҙғарыла

2022 йылда 4 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Башҡалала байрам 25 майҙа «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева хәбәр итеүенсә, сығарылыш уҡыусылары вальс башҡарып, бейеү флешмобында ҡатнаша, уҡытыусылар күмәкләп хор менән йырлай, ә ата-әсә үҙенсәлекле ҡотлау менән сығыш яһай.

«Мәктәп тамамлау – онотолмаҫ байрам. Сығарылыш уҡыусылары был көндө ғүмерлеккә хәтерендә ҡалдырырлыҡ итеп ойошторорға теләйбеҙ. Күләмле, яуаплы сара. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – байрамда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү», – тине Өфө вице-мэры.

Читайте нас в Яндекс.Дзен