Еңеү көнө алдынан премьера

  • Еңеү көнө алдынан премьера | ГТРК «Башкортостан»
Өфөлә Советтар Союзының ике тапҡыр геройы Муса Гәрәев тураһында спектакль премьераһы көтөлә. Сәхнә әҫәре легендар осоусының 100 йыллығына арнала.

Бөйөк Еңеү көнө алдынан, 6-7 майҙа һәм байрам билдәләнгән 9 май көнөндә Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры сәхнәһендә «Звезда героя»  - «Герой йондоҙо» тип исемләнгән спектаклдең премьераһы була.

Муса Гәрәевтың яҙмышы ғәжәпләндергес. Хәрби юлында бар ҡыйынлыҡтары аша сығып ул бихисап наградалар яулай һәм бер генә тапҡыр ҙа яраланмай.  22 йәшендә Советтар Союзы геройы исеменә ике тапҡыр лайыҡ булып һуғышты эскадрилья командиры дәрәжәһендә тамамлай.

Спектакль Фәрит Әхмәҙиев пьесаһы буйынса Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ольга Мусина менән авторлыҡ берлегендә ҡуйылған. Ольга Мусина шулай уҡ ҡуйыусы режиссер бурысын үтәгән.  Сюжет нигеҙенә данлыҡлы штурмлаусының хәтирәләре һалынған. Уның һуғыш фронттарында көн һайын башҡарған ауыр эше, мөхәббәте, батырлығы һәм Еңеүҙе бергә яҡынайтҡан яуҙаштары тураһындағы яҙмалары.  Төп ролде Әбйәлил Үтәбаев башҡара.

«Еңеү көнө алдынан беҙ тыныс күк бүләк иткән яугирҙәрҙе ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ. Уларҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Шундай геройҙарҙың береһе – яҡташыбыҙ Муса Гәрәев. Данлыҡты осоусы-штурмовик, Советтар Союзының ике тапҡыр геройы, — ти театрҙың директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов. — Беҙ театрыбыҙ репертуарында яңы спектакль барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ. Беҙҙең спектакль – ул һуғышта еңеү яулаған быуынға ҡараш. Шул ваҡиғаларға боролоп тамашасыға Еңеү яулаған быуындың батырлығын күрһәтеү».

Ҡуйыусы рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлия Ғиләжева, видеоинсталляция авторы Даян Теүәлев. Спектаклдә артистар Ильяс Хәсәншин, Светлана Бронникова, Әсхәт Нәҡиев, Заһир Яруллин, Ренат Фәтхиев һәм башҡалар уйнай.

Смотрите нас в YouTube