Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына шәхси йөкләмәләр бирҙе

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына шәхси йөкләмәләр бирҙе

Үткән эш аҙнаһының күберәк өлөшө байрам һәм ял көндәре тәртибендә үтте һәм ваҡиғаларға бай булды. Республика башлығы тантаналарҙың иң мөһимдәренә байҡау яһай. Бөйөк Еңеү көнөндәге Үлемһеҙ полкта Башҡортостанда ярты миллионға яҡын кеше ҡатнашҡан. Өфөләге иҫтәлекле илһөйәрлек акцияһын Радий Хәбиров айырым билдәләп үтте – ул Совет майҙанында Шайморатов һәйкәле урынында гильза һалыу сараһы. Ә бына Шишмә районындағы Патриот паркы беренсе июнгә әҙер булырға тейеш. Бында төҙөлөш эштәре тамамланыуға яҡынлаша.  «Авангард» уҡыу үҙәгендә 38 смена ойоштороласаҡ. Үҙәк йыл әйләнәһенә мәктәп уҡыусылары һәм курсанттарҙан торған бишәр көнлөк йыйындар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Үҫмерҙәргә башланғыс хәрби белем һәм хәрби һөнәри йүнәлеш алыу мөмкинлеге бирелә. «Патриот» паркында “Геройҙар уҙыштары” өсөн махсус трасса ҡорола. Ул күләмле күмәк спорт ярыштары, чемпионаттар ҡабул итәсәк. Украинанан күскенселәр етди иғтибарға лайыҡ. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары 28 апрелдә ҡабул иткән 306 кеше, шулар иҫәбендәге 69 бала тураһындағы хәстәрлекте муниципалитет етәкселәре үҙ иңенә алырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә ғәҙәттәгесә төбәктәге оператив хәл тураһында мәғлүмәт еткерелә. COVID-19-ға бәйле һандар һәм яңы тулҡын хәүефе сәбәпле Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына йәнә шәхси йөкләмә бирә. Ҡала һәм райондарҙа ревакцинацияны ойоштороу зарур. Әлеге ваҡытта Башҡортостан вакциналау күрһәткесе буйынса йәшел зонала, прививка ҡаҙатҡандар һаны 99,8 процент. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә медицина учреждениеларында диспансеризация ла дауам итә, Алты маршрут буйынса “Сәләмәтлек поездары” эшләй. 20 майға тиклем улар Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Мишкә, Шаран, Ғафури һәм Учалы райондарына юллана. Юлдарҙа иһә төҙөкләндереү эштәре йәйелдерелә. Был хаҡта транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдерҙе. Республика буйынса 14 мең километрҙан ашыу юлдың ҡапламы тикшерелгән, табылған төҙөкһөҙлөктәр цифралаштырыла, 15 июнгә уларҙы тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылған. Юл һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҡағылған мәсьәләләр Инцидент-менеджмент селтәре теркәгән мөрәжәғәттәр араһында иң йыш осрағаны. Республика башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә икенсе майҙан унына тиклем ҡабул ителгән мөрәжәғәттәрҙең 157-һендә кешеләр көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу сифатын тәнҡитләй. Радий Хәбиров төбәк операторҙарының береһе буйынса тейешле ҡарар ҡабул итергә саҡыра. Халыҡты борсоған ваҡиғалар араһында Көньяҡ-Урал ҡурсаулығындағы янғын да бар. 11 май иртәһенә ут һүндерелгән, хәүеф бөтөрөлгән, тип хәбәр итә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров. Урман янғындарын иҫкәртеү саралары шулай уҡ тулыһынса муниципалитет яуаплылығында, ти Радий Хәбиров. Әлегә һауа шарттары эҫе менән янамай. Ауыл хужалығы эшсәндәрен дә һибәләмә ямғырҙарға һөйөндөрә. Майҙандарҙың яртыһы сәселгән. Яҙғы культураларҙың 1 миллион 81 мең гектарында эштәр тамам, июнь башына йылы яратыусан ҡарабойҙай, кукуруз, тары һәм соя сәсергә ҡала. Унан һуң һабантуйҙар ҙә көттөрмәй. Республикала мәктәп уҡыусыларының йәйге ялын ойоштороу саралары күрелә. Быйыл лагерҙар һаны буйынса ковидҡа тиклемге осор кимәленә ҡайтыу ҡарала. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин каникулдағыларҙы мең ярымға яҡын лагерь ҡабул итергә әҙерләнә, әммә был һан тағы ла артасаҡ, тип белдерҙе. Мәктәптәрҙә федераль бюджет иҫәбенә төҙөкләндереү эштәре мартта уҡ башланған. Капиталь ремонт программаһын бойомға ашырыу барышы менән Радий Хәбиров шәхсән танышырға ниәтләй. Оператив кәңәшмәлә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлек” проектын бойомға ашырыу барышы, шулай уҡ йылдың тәүге сирегендә сәнәғәт тармағының ҡаҙаныштары барланды. Етештереү индексы 110 проценттан ашыу һәм был күрһәткес илдәге дөйөм кимәлдән юғарыраҡ. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән йорттарға газ үткәреү һандары ла юғары. Төбәктә 2022 йылда газификация тамамлау бурыстары тураһында «Газпром төбәк-арагаз Өфө» ойошмаһының генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне. Республикала өс меңгә яҡын ауылға, йәғни, бер миллин 403 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелгән.

Подпишитесь на наш Telegram-канал