Башҡортостан ярҙамға ашыға

Башҡортостан ярҙамға ашыға

 Өфөнән Донбассҡа сираттағы етенсе гуманитар ылау оҙатылды. Гуманитар йөк менән  бергә Луганск кешеләренә ярҙамға тип бер төркөм медицина хемәткәрҙәре лә юл тотто.  Мәрхәмәтлек миссияһында барыһы 23 табип һәм 17 фельдшер, шәфҡәт туташтары ҡатнаша. 41 берәмек техниканан торған колоннала Сәләмәтлек поезы ла бар.   Улар дөйөм  медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Гуманитар йөктөң дөйөм ауырлығы 167 тонна. Унда диагностика ҡорамалдары, дарыу, медицина кәрәк-яраҡтары менән бер рәттән  төҙөлөш һәм юл һалыу техникаһы ла бар. Торлаҡ коммуналь-хужалыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәре туғандаш республиканың инфраструктураһын тергеҙеүҙә ярҙам итәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Новостях