Өфөлә ирекмәндәрҙең бер төркөмө Сергиев зыяратында өмә ойошторҙо

Өфөлә ирекмәндәрҙең бер төркөмө Сергиев зыяратында өмә ойошторҙо

 Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының ҡәбер таштары таҙартылды, хаталы исемдәр төҙәтелде. Азамат Зиннуров бындай сарала ҙур теләк менән ҡатнаша. Ил азатлығы өсөн яуҙа һәләк булған һалдаттарыбыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтереп иҫкә алыу беҙҙең изге бурыс, ти ул. Өмәлә ойошма вәкилдәре, студенттар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары ла  ҡатнашты. Активистар быйыл Сергиев зыяратында өсөнсө тапҡыр өмә ойоштора. Был юлы ҡәбер ташында яҙылып юйыла башлаған исемдәр ҡабаттан яҙыла, хаталар төҙәтелә. Бер генә хәрефтә хата китһә лә, ситтә йәшәүсе яҡындары һуғыш мәлендә һәләк булған ата-бабаларының ҡайҙа ерләнгәнен таба алмай. Ҡәбер таштарында исемдәрҙе төҙәтергә ағалы-ҡустылы Руслан һәм Денис Сабировтар ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 36 эвакогоспитале булған Өфө яраланған һалдаттарҙы дауалау үҙәге булып тора.  Башҡа төбәктән килгән яугирҙар ҙа бында дауалана. Сергиев зыяратында 2 мең ярымдан ашыу илдең төрлө төбәктәренән булған Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы ерләнгән. 437 ҡәбер әле тәртипкә килтерелмәгән. Был эште көҙгә тиклем башҡарырға ниәтләй ирекмәндәр.

Подпишитесь на нас в Пульс