Мантияларын сисеп, йырлап ебәргәндәр

Мантияларын сисеп, йырлап ебәргәндәр

Баш ҡаланың Киров районы суды хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Еңеү көнөнә арнап клип төшөрҙө. Кадрҙағы замандаштарыбыҙҙың береһе лә йырсы түгел, араларында ялланған актерҙар ҙа юҡ. Улар Өфөнөң Киров районы суды хеҙмәткәрҙәре – Бөйөк Еңеү көнө алдынан клип төшөрөргә ҡарар иткән илһөйәрҙәр. Атаһы улына һуғыш тураһында һөйләй. Бергәләп улар Еңеү паркы буйлап йөрөй, Республика Хәрби Дан музейы экспонаттары менән таныша. Төп ролдәрҙең береһендә -   судья Рәфис Нәбиев. Тормошомдағы тәүге клипта төшөү ауыр булманы, сөнки бөтә эш ихлас күңелдән башҡарылды, ти ул. Ә иң бәләкәй герой уның улы түгел. 8 йәшлек Рөстәм – судтың дөйөм бүлек етәксеһе Анжелла Сәфиуллинаның кесе улы. Клипты төшөрөү идеяһы ла Анжелла Сәфиуллинаныҡы. Был ул тәҡдим иткән бихисап проекттарҙың береһе.  Йырҙы башҡарып, студияла яҙҙырыуҙа тик аппарат хеҙмәткәрҙәре генә ҡатнашһа, клипта төшөүгә бөтә коллектив сыҡты. Суд рәйесе менән бергәләп улар мемориаль комплекстарға барып, сәскәләр һалды. Һәм клип аҙағында бөтә ил халҡын Еңеү көнө менән ҡотланы.

Читайте нас в Яндекс.Дзен