Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Европа берлеге илдәре башлыҡтары Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы тағы ла ярты йылға оҙайтырға һөйләшеп килешкән. Улар Рәсәйҙең Сүриәләге аҙымдары менән риза түгел. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беҙҙең ил Сүриә ғәскәрҙәре менән берлектә был илде террорсыларҙан азат итеү буйынса етди аҙымдар яһаны. Алеппо ҡалаһы ИГИЛ һуғышсыларынан азат ителде.

Ул арала Алеппола халыҡ йорттарына ҡайта башлған. Хәрбиҙәр Сүриә флагын күтәргән. Күптәр өсөн был ҙур байрамға әйләнгән. Президент Башар Асад Алеппоны азат итеүҙе ҙур еңеү тип баһалаған. Сүриәлә оппозиция менән хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында ҡаршы тороу биш йылдан ашыу дауам итә.

Владимир өлкәһендә яңы төр радарҙар һынау үткән. Улар Мәскәү өҫтөндә һауаны һаҡлаяасаҡ. Радиолокация системалары “Подлет” һәм “Противник” тип атала. Улар ҡанатлы ракеталарҙы һәм күренмәгән самолеттарҙы асыҡлау өсөн тәғәйенләнә.

Бынан ары кешеләрҙе һәм хайуандарҙы мыҫҡыллау тураһындағы видеоны йәки фотоны интернетта урынлаштырғандар законға ярашлы яуап бирәсәк. Бының өсөн иректән мәхрүм итеү йәки 300 мең һум штраф ҡаралған. Дәүләт Думаһы яңы йылдан һуң ошо туралағы закон проектын ҡарарға йыйына.