Радий Хәбиров Өфөлә бер нисә предприятие эше менән танышты

Радий Хәбиров Өфөлә бер нисә предприятие эше менән танышты

Искино ҡасабаһында урынлашҡан буяуҙар етештереү предприяһында Республика Башлығы етештереү цехын ҡараны. Дим биҫтәһендә медицина ҡорамалдары заводын асыуҙа ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе заводтың әҙер продукция һаҡланған биналарын, лабораторияны ла барып күрҙе. 1998 йылда нигеҙ һалынған заводта юғары технологиялы 8 етештереү линияһы эшләй. Бында йылына 2500 тонна буяу етештерелә. Ойошманың даими партнерҙары иҫәбендә автомобилдәр етештереү ойошмалары һәм оборона предприятиелары бар.

Әлеге ваҡытта заводта алтмыштан ашыу кеше эшләй. Предприятие етәксеһе әйтеүенсә, етештереү ҡеүәтен арттырыу, ассортиментты киңәйтеү маҡсатында ойошма үҙ иҫәбенә термореактив һәм онтаҡ буяуҙар етештереү өсөн өҫтәмә юғары технологиялы линиялар һатып алырға ниәтләй. Инвестициялар күләме 30 миллион һум тәшкил итәсәк.

Дим биҫтәһендә Радий Хабиров медицина мебеле һәм ҡорамалдары етештереү заводын асыуҙа ҡатнашты. Сараның тантаналы өлөшөнә тиклем төбәк етәксеһе бында етештерелгән инновацион тауар өлгөләре менән танышып сыҡты. Республиканың күпселек дауалау-профилактика учреждениелары ошо завод етештергән мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Радий Хәбиров ойошма етәкселегенә предприятиены әүҙем киңәйтеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Дим районындағы завод әле 3 мең квадрат метр майҙанды биләгән яңы склад проектын әҙерләй. Алдағы 5 йыл эсендә бөтәһе 18 мең квадрат метрға тиң яңы биналар, цехтар һәм етештереү линиялары төҙөү пландары бар. Дөйөм инвестициялар күләме 700 млн һум тәшкил итә. Йөҙләгән яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.