МХО-нан яраланып ҡайтҡан яугир үҙ эшен тергеҙгән

МХО-нан яраланып ҡайтҡан яугир үҙ эшен тергеҙгән

Ауырғазы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яраланып ҡайта һәм киренән үҙ эшен тергеҙә. Хәрби хеҙмәткә тиклем Рәмил Ишмәков йорт йыһаздарын эшләү менән шөғөлләнә, әммә эште туҡтатырға тура килә.

2023 йылда өлөшләтә мобилизация башланғас, Рәмил Ишмәковтың ағаһын хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Туғаны артынан беҙҙең герой ҙа үҙ теләге менән Донбассҡа юллана. Аҡса артынан түгел, ул ваҡытҡа үҙенең мебель эшләү буйынса бәләкәй генә цехы эшләп килә.

Тәүҙә Рәмил һәм ағаһы икенсе, өсөнсө һыҙыҡта була. Һуңынан уларҙы алға күсерәләр. Рәмил Ишмәков тәүҙә ябай ғәскәрҙәрҙә алыша, һуңынан снайпер булып китә. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияның иң ҡатмарлы йүнәлештәрендә, бер-нисә ауыр алыштарҙа һуғыша.

Рәмил алты тапҡыр контузия ала һәм 4 тапҡыр яралана. Медицина комиссияһы хәрбиҙе яңыраҡ өйөнә ҡайтарырға ҡарар иткән.

Рәмил Ишмәковҡа яҡындары һәм яратҡан эше ябай тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә. Махсус хәрби операцияға тиклем ул мебель эшләү менән булыша. Уға ике улы һәм тағы бер ағаһы ярҙамлаша.

Махсус хәрби операцияға тиклем йорт йыһаздарын етештереү эше тик шәхси йорттоң гаражында ойошторола. Тиҙҙән йүнсел эшен киңәйтергә уйлай. Яңыраҡ сауҙа залы ла асып ебәргән, бында мебель өлгөләре ҡуйылған.

Рәмил Ишмәков яуҙаштары менән даими бәйләнештә. Тиҙҙән ветеран гуманитар ярҙам йыйып, уны махсус хәрби операцияға алып барырға йыйына.

Ауырғазы районы халҡы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам туплай. Бында бер-нисә махсус пункт ойошторолған. Ә үҙәк мәҙәниәт йортонда йәшеренеү өсөн селтәрҙәр үрәләр.

Бер йыл эсендә ауырғазылар 200-гән селтәр үргән, был 4 мең квадрат метр майҙан тигән һүҙ. Шулай уҡ майшәмдәр әҙерләйҙәр, ит быҡтыралар.

Бөтә Башҡортостан һәм Рәсәй халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн берләшә. Улар араһында реабилитация үтергә ҡайтҡан, битараф булмаған яҡташтарыбыҙ, сәләмәтлеге буйынса артабан хеҙмәт итә алмаған, үҙ эшен асҡан ветерандар ҙа бар.