Һәм был нимә аңлата? Хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала мэры йоҙроҡ төйнәүҙе аңлап ҡабул итеүе тураһында белдерҙе һәм ҡул аҫтында эшләүселәрҙе тағы ла әүҙеремерәк эшләргә саҡырҙы. Шул осраҡта, бәлки, халыҡ ҡул болғап сәләмләй башлар, тине Ратмир Мәүлиев. Хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты. Элекстросамокаттар ҡатнашлығында юл фажиғәләре көндән көн арта. Был транспорт еңел генә булһа ла, ҡартын да, йәшен дә аямай. Улар төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаларға оҙатыла. Шуға ҡарамаҫтан, ике тәгәрмәсле транспорт ҡатнашлығындағы авариялар кәмемәй.Ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә самокат мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүленде. Хәҙер был төр транспортта йөрөүселәрҙе еңел йөклө машина менән идара итеүселәргә тиңләйҙәр. Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһы ике тәгәрмәсле тимер аттарҙың яҙыуҙарын ҙурайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы табып яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итәсәк. Ә бына шеринг компанияларына хәҙер үҙ мөлкәттәренә иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк буласаҡ. Сөнки самокаттар тырам-тырағай ҡалдырылып башҡа транспортҡа йә иһә кешеләргә йөрөргә ҡамасаулаған осраҡта уларҙы штрафстоянкаға алып китәсәктәр. Көндәр йылытыу менән халыҡ һыу буйына ашыға. Тик әле иртәрәк, сөнки яҙғы ташҡындан һуң йылғалар үҙ үҙәндәренә ҡайтып бөтмәгән, ҡала пляждары һәм йылға ярҙары ял итеү өсөн әҙер түгел. Фажиғәле хәлдәр теркәлмәһен өсөн халыҡҡа һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен аңлатырға кәрәк, тип белдерҙеләр ҡала мэрияһында. Шулай уҡ был аҙнала Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланды. Ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларға әҙерәк тын алыу өсөн бер нисә генә көн бирелде. Яңы миҙгелгә әҙерлекте әле үк башларға кәрәк. Ҡала халҡын борсоған тағы ла бер мәсьәлә-юл һыҙаттары. Билдәләр 30 июнгә тиклем барлыҡҡа киләсәк тип белдерҙеләр ҡала хәкимиәтендә. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа йоҙроҡ күрһәтеүселәр ҙә бар. Әммә ҡала мэры йоҙроҡ төйнәүҙе аңлап ҡабул итеүе тураһында белдерҙе. 1000 һүҙ урынына бер ишара. Ҡала мэры ҡул аҫтында эшләүселәрҙе тағы ла әүҙеремерәк эшләргә саҡырҙы. Шул осраҡта, бәлки, халыҡ ҡул болғап сәләмләй башлар, тине Ратмир Мәүлиев.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа кем йоҙроҡ күрһәткән?
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа кем йоҙроҡ күрһәткән?