Кикшениг компаниялары статистиканы барлап шундай ҡарарға килгән. Баҡтиһәң, 16 йәшкә тиклемгеләр араһында авариялар бик күп булып сыҡҡан. Ул ғына түгел, электросамокаттар хужалары штрафтар менән генә сикләнергә уйламай. Тиҙҙән ике тәгәрмәсле транспортта йөрөр өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлергә кәрәк буласаҡ. Мәсьәләне хәл итеүҙең төрлө юлдары тәҡдим ителгән арала Республикала элекстросамокаттар ҡатнашлығында юл фажиғәләре арта. Был транспорт еңел генә булһа ла, ҡартын да, йәшен дә аямай. Улар төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаларға оҙатыла. Хәҙер был төр транспортта йөрөүселәрҙе еңел йөклө машинаһы менән идара итеүселәргә тиңләйҙәр. Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһы ике тәгәрмәсле тимер аттарҙың яҙыуҙарын ҙурайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы табып яуаплылыҡҡа тарттырырға ярҙам итәсәк. Ә бына шеринг компанияларына хәҙер үҙ мөлкәттәренә иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк буласаҡ. Сөнки самокаттар тырам-тырағай ҡалдырылып башҡа транспортҡа йә иһә кешеләргә йөрөргә ҡамасаулаған осраҡта уларҙы штрафстоянкаға алып китәсәктәр.
Рәсәйҙә электросамокаттарҙы балалар йөрөткән өсөн штрафтар өс тапҡырға арта
Рәсәйҙә электросамокаттарҙы балалар йөрөткән өсөн штрафтар өс тапҡырға арта