Башҡортостанда ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

Тулыраҡ: Башҡортостанда ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә

Башҡортостанда ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты үтә ныҡ дымлы осорҙа юл япмаһының яҡшы техник торошон һаҡлап ҡалыу маҡсатында ошондай аҙымға барырға мәжбүр. Яҙғы осорҙа хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү пассажирҙар ташыусы автобустарға, халыҡ-ара йөктәр, аҙыҡ-түлек, малдар, дарыуҙар, яғыулыҡ, орлоҡ фонды, ашламалар, почта, бәлә-ҡаза йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле йөктәр, автомобиль юлдарында ремонт эштәрен үткәргәндә ҡулланылған юл техникаһын һәм материалдарын ташыуға ҡағылмай.