Илдәге халыҡтың байтаҡ өлөшө традицион булмаған медицинаны һайлай

Тулыраҡ: Илдәге халыҡтың байтаҡ өлөшө традицион булмаған медицинаны һайлай

Илдәге халыҡтың байтаҡ өлөшө традицион булмаған медицинаны һайлай. Социологтар тикшереүҙәренә ҡарағанда, шул уҡ ваҡытта ғәҙәти медицинаға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә арта. Дауаланыуҙың ниндәй ысулын һайларға? Ошо турала хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина.

Ришат Хәбиров һаулығын нығытыу өсөн халыҡ медицинаһын һайлаған. Ике йыл элек юғары ҡан баҫымынан, шәкәр диабетынан да ошо ысул ярҙам итте, ти ир.

Насар ҡанды ағыҙып сирлене дауалау борондан билдәле ысул, ти Денис Шәйхетдинов. Бындай юл менән барлыҡ ауырыуҙарҙан тиерлек дауаланырға мөмкин, ти белгес.

Табиптарҙан айырмалы, ҡан ағыҙып дауалаусылар айырым ағзаларҙы ғына түгел, ә кешене бер бөтөн итеп дауалайбыҙ, ти . Шулай ҙа табиптар халыҡ медицинаһына организмда яман шеш, туберкулез кеүек ауырыуҙар булмаған осраҡта ғына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.

Халыҡ медицинаһы менән дауаланыу яҡлы булған Ришат Хәбировтан айырмалы, икенсе ир уҙаманы традицион медицинаға өҫтөнлөк бирә. Өфөлә йәшәүсе Ринат башы ауыртып ниндәй генә халыҡ табибына мөрәжәғәт итеп ҡарамай, әммә барыһы ла бушҡа була.

Ауырыуҙарҙы дауалаусы гамеопаттар иһә, ауырыуҙарҙы дауалауҙа бөтөнләй икенсе ҡарашта.

Күңел һиҙемләүе буйынса дауалауға ҡарағанда, медицинаға нигеҙләнеп дауалау дөрөҫ. Дипломлы табиптың белемен камиллаштырырға кәрәк. Сөнки ҡайҙа медицина көсһөҙ, шул бушлыҡты ялған табиптар тултыра, ти гомеопат.

Халыҡ табибына ышанырғамы, әллә традицион медицинаны һайларғамы? Әлбиттә, теге йәки был дауаланыу ысулын һайлау һәр кемдең үҙ иркендә. Иң мөһиме – зыяны булмаһын, ти белгестәр.