Әхмәтшиндар биш бала тәрбиәләй. Бәләкәстәрҙең икәүһе балалар баҡсаһына йөрөй. Ишле ғаиләләргә компенсацияларҙы түләүҙе туҡтатыу беҙҙең өсөн һиҙелерлек булды, ти Гөлсинә Әхмәтшина. Элек был льготалар 1- се балаға — 70, 2 гә — 50, 3 — сө балаға 70 процент күләмендә билдәләнә ине. Яңы ҡанун ҡабул ителгәндән һуң, хәлле ғаиләләр дәүләт ярҙамына дәғүә итә алмай. Балалар баҡсаһына ишле ғаиләлә тәрбиәләнеүсе балалар өсөн ата-әсәләр хәҙер ике тапҡырға күберәк түләргә мәжбүр.Мөрәжәғәттәр күп. Шуға ла күп балалалы ата-әсәләрҙең һорауы буйынса был мәсьәлә яңынан ҡарала. Әлегә компенсация түләүҙәре ваҡытлыса 31-се мартҡа тиклем туҡтатылған.
Компенсациялар түләү ни өсөн туҡтатылған?
Тулыраҡ: Компенсациялар түләү ни өсөн туҡтатылған?