Күп ҡатлы йорттар кем өсөн төҙөлә?
Ҡуласа урамындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһенең баҙында тороп ҡалған бесәйҙәр инде аҙнанан ашыу иркенгә сыға алмай. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма йорт хайуандарының подвалда ҡалыуын белеп тә, һауа алмаштырыу өсөн ҡуйылған урындарҙы рәшәткәләр менән ҡаплаған.Бындай хәл беренсе тапҡыр ҡабатланмай, ти халыҡ. Әйткәндәй, йорт хужалары урамдағы бесәйҙәрҙең ихатала йөрөүҙәренә бер ҙә ҡаршы түгел. Урындағы халыҡ был мәсьәлә һаман хәл ителмәгәс, иртәгәһенә үҙҙәре рәшәткәләрҙе айырып бесәйҙәрҙе иреккә сығара.Торлаҡ-коммуналь хужалығы етәксеһе урындағы халыҡ менән бөтөнләй килешмәй. Ни өсөн бесәйҙәрҙе рәшәткәләр ҡуйыр алдынан сығарманығыҙ тигән һорауға ла ул үҙенсәлекле яуап ҡайтарҙы.Ғөмүмән, урамдағы бесәйҙәрҙең йорт ихаталарында йөрөүҙәренә ҡала халҡының ҡарашы төрлөсә. Ябай ғына йорт хайуаны өсөн күршеләр араһында низағ та барлыҡҡа килә. Халыҡ әйтеүенсә, тап урамдағы ҡарауылһыҙ бесәйҙәр арҡаһында күп йорттарҙа бысраҡ һәм беттәр барлыҡҡа килә. Әммә бәғзе берәүҙәр был мәғлүмәтте кире ҡаға һәм киреһенсә, уларҙы урамға эйәләтә. Был һорау халыҡ өсөн дә, күп ҡатлы йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма хеҙмәткәрҙәре өсөн дә асыҡ ҡала.

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә
Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар. Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға
Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?
Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк
Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

Юл киҫелешендә эш ҡайнай
Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк
2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды
Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...