Республикала мал аҙығы әҙерләүҙе тиҙләтергә кәрәк

Сөнки күптәр һауа торошона, һабантуҙар үтеүгә һылтанып был эшкә ҡул һелтәп ҡарай. Республика етәксеһе һәр минуттың ҡәҙерен белергә һәм мал аҙығы әҙерләүгә төшөргә саҡыра. Был күп йыллыҡ үлән мал аҙығы өсөн төп культура. Тик әлегә уны сабып, бакуйҙарға һалырға иртәрәк. Республикала ҡойма ямғырҙар айҙан ашыу дауам итһә лә, үләндең дымынан башҡа һуты, тимәк файҙаһы юҡ. Ә бына һауа торошо иһә “йәшел ураҡ” кампанияһына үҙгәрештәр индереп өлгөрҙө. Бесән сабый кәм тигәндә лә ике аҙнаға һуңланы. Хәҙер хужалыҡтар алдындағы төп бурыс – ҡышты имен уҙғарыу. Быйыл кооперативтар һәр баш малға кәм тигәндә лә 30 центнер аҙыҡ әҙерләргә тейеш. Хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алып, республика башлығы хужалыҡтарҙы мөмкин тиклем иғтибарлы булырға саҡыра. Һыйырҙың һөтө – телендә. Әгәр ҙә ризыҡ булмаһа, Башҡортостанда һауым кәмейәсәк. Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында республика етәксеһе кооперативтарҙағы бөгөнгө хәл менән генә танышып ҡалманы.  Рөстәм Зәки улы урындағы сауҙа селтәрендә урындағы тауарҙар күләме менән дә ҡыҙыҡһынды. Тик  эшҡыуарҙарҙы хәҙер  тауар күләме түгел, ә эре ритейлерҙар аша  Туймазы кибеттәренә үтеп инә алмау ҡурҡыта. Был иһә Иҫке Байыш ауылындағы социаль приют. Ҡарттар йортонда былтыр бүлмәләрҙе ремонтлағандар, быйыл йылытыу системаһы һәм таҙартыу ҡоролмалары яңыртылырға тейеш. Биналарҙың береһе балаларға бирелгән. Сабыйҙарҙың күбеһе социаль етемдәр. Тәрбиәселәр уларға ата-әсәһен алыштыра алмаһа ла, үҙәк белгестәре балалар өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша. Башҡортостан балалары иһә Башҡортостан Венецияһында ял итә. Дүртөйлө Венецияһындағы ял үҙәге республика уҡыусылары өсөн йыл әйләнәһенә эшләй.  Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн ҡала һәм районға республика ҡаҙнаһынан етерлек  аҡса бүленгән. Башҡортостан етәксеһенең Дүртөйлөгә эш сәфәре барышында ҡалала яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү тураһында ла һүҙ булды. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, әгәр ҙә социаль  биналар төҙөлөп, сафҡа индерелһә, улар буш тормаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, был төбәктә демографик хәл сағыштырмаса ыңғай тип баһалана. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда телдәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

19 февраля 2021
Смотреть видео Тәмле лә, файҙалы ла | ГТРК «Башкортостан»

Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

19 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә Шайморатов уйындары үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте

Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

19 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

19 февраля 2021
Яндекс.Метрика