Республикала бөгөн тағы ла дауыл хәүефе иғлан ителде

  • Республикала бөгөн тағы ла дауыл хәүефе иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Урыны менән ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Елдең көсө секундына 20 метрғаса етеүе ихтимал. Ҡотҡарыусылар көслө ел ваҡытында ағас, реклама таҡталары һәм электр сымдары аҫтында тормаҫҡа кәңәш итә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаттағы фатир янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Мәләүез ҡалаһында 4-се ҡаттағы фатир янып китте

Янғын һүндереүселәргә өҫтәге ҡаттарҙан 10 кешене махсус ҡоролма ярҙамында эвакуацияларға тура килде. Ҡотҡарылыусылар араһында 3 бала һәм ауырлы ҡатын да бар. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Бөгөн шулай уҡ  Өфөлә лә ике ҡатлыҡ ағас йорт янды.

16 мая 2018
Смотреть видео Ни өсөн хаҡтар арта? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн хаҡтар арта?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте комитетының күсмә ултырышы үтә. Унда беренсе июлдән коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар артыуы, һыуыҡ осорҙа йылылыҡ өсөн түләү нормативтарына күсеү һәм ресурс ойошмалары менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелә.

15 мая 2018
Смотреть видео Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры  Алмас Әмиров 50 йәшлек юбилейын билдәләй. 16 майҙа киске сәғәт 7-лә ул ғаиләһе, туғандары,  ижадташ дуҫтары менән тамашасыларҙы театр залына юбилей кисәһенә ҡунаҡҡа саҡыра. Алмас Әмиров...

15 мая 2018
Смотреть видео Иман йорто – ауыл ҡото | ГТРК «Башкортостан»

Иман йорто – ауыл ҡото

Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет асылды. Ниһәйәт, тарихи урында, өс йыл дауамында төҙөлгәндән һуң, Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет үҙ ишектәрен аса. Иман йортон төҙөүгә ауыл халҡы тос өлөш индерә. Иҫке Ҡормаш ауылы халҡының был һуңғы йөҙ йылда тәүге тапҡыр бергәләп доға ҡылыуы. Иман ҡайтыу...

15 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн - Халыҡ-ара Ғаилә көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Халыҡ-ара Ғаилә көнө

Башҡортостанда ғаилә байрамы аҙна дауамында билдәләнә. Иртәгә “Атай-әсәйҙәргә шылтырат” акцияһы үткәрелһә, 17 майға – психологик кәңәш алыу өсөн “ышаныс телефоны" тәғәйенләнгән. Ә бөгөн - “Бәхетле сәғәт”. Эш биреүселәр ғаиләле хеҙмәткәрҙәрен 1 сәғәткә иртәрәк ҡайтара ала. Халыҡ-ара ғаилә көнө...

15 мая 2018
Смотреть видео Бөгөн ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн ҡояш байыу менән донъя мосолмандары Рамаҙан айына аяҡ баҫа

Мәсеттәрҙә изге айҙа намаҙҙар уҡыла, мосолмандар ураҙа тота. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә....

15 мая 2018
Смотреть видео «Өфө» футбол клубы Европа лигаһында сығыш яһау хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

«Өфө» футбол клубы Европа лигаһында сығыш яһау хоҡуғын алды

Республика башлығы “Өфө” футбол клубы уйынсыларын, трнерҙарын һәм етәкселеген миҙгелде уңышлы тамамлау менән ҡотланы.Рәсәй премьер-лигаһын  һуңғы 30-сы турында “Өфө” футболсылары “Тосно” клубын 5 кә 0 иҫәбенә еңеп ышаныслы еңеү яуланы. Турнир таблицаһында алтынсы урын алып беҙҙең спортсылар...

14 мая 2018
Смотреть видео Донъялағы иң бейек ҡурай моңона күмелде | ГТРК «Башкортостан»

Донъялағы иң бейек ҡурай моңона күмелде

Донъядағы иң бейек биналарҙың береһе-Ғәрәп Әмирлектәрендәге Бурдж-Нәлифә ҡурай моңона күмелде. Дубайға ул турист булараҡ барған Земфира Рәшитова 828 метрлыҡ бейеклектә башҡорт халыҡ көйөн башҡарҙы.

14 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика беренселеге үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика беренселеге үтте

Башҡортостандың ММА федерацияһы ойошторған ярыш федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналды. 100-ҙән ашыу спортсыны берләштергән тиҫтәгә яҡын клуб. Рингҡа сығыусыларҙың барыһы ла үҙ клубында иң көслө алышсы. Һәм тап уларҙың араһынан иң-иңдәр республиканың...

14 мая 2018
Смотреть видео Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар | ГТРК «Башкортостан»

Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар

Бер-нисә минут элек кенә Өфөлә Владимир Путиндың “Милли маҡсаттар һәм стратегик бурыстар” тураһындағы указын тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмә тамамланды.

14 мая 2018
Яндекс.Метрика