Һәр кем яуаплылыҡ тойорға тейеш

Һуңғы йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә ҙур үҙгәрештәр булды. Уның ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Мәҫәлән, торлаҡ хужалары идарасы компаниялар менән ҡәнәғәт түгел һәм уларҙы алмаштырырға теләй. Был эш еңел генә һымаҡ күренһә лә, үҙенең ауырлыҡтары бар.Был йортта 30 йылдан ашыу ремонт эшләнгәне юҡ. Тәҙрә яңаҡтары сереп бөткән, диуарҙары ҡойола. Ямғыр яуһа, подъезд түбәһенән һыу аға. Кешеләр ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамаған, әммә, һөҙөмтә юҡ.Ә был ихатала тормош ҡайнай. Торлаҡ көндән көн яңы төҫ ала. 2016 йылдың сентябрендә унда йәшәүселәр етәксе һайлап, яңы идарасы компания төҙөгән. Хәҙер бында 40 йыл эсендә булмаған үҙгәрештәр күҙәтелә.Ихата эсенә ҡырсынташ һәм ҡом алып килгәндәр. Яңыраҡ юлды яҡшылап тигеҙләгәндәр. Иҫке бордюрҙар яңыларына алмаштырыла. Тиҙҙән, бында асфальт һалырға тейештәр. Тыштан ғына түгел, йорт эсендә лә үҙгәрештәр бар. Электр лампалары һәр ваҡыт яна, подъезда һәм подвалда санитар эшкәртеү башҡарылған. Подъезд эсендә лә төҙөкләндереү бара. Эшселәр иҫке йылытыу радиаторҙарын сисеп алып, урынына яңыларын урынлаштыра. Шулай уҡ, диуарҙар һылана башлаған. Һуңынан улар аҡлана һәм яңы төҫкә буяласаҡ. Тимер ишек алмаштырылған, подъезд алды ла тәртипкә килтерелгән.  Яңы идарасы компания етәкселеге фатир хужаларының дөйөм йорт сығымдары өсөн быға тиклем күпме аҡса түләгәнен дә иҫәпләп сығарған. Унан элекке торлаҡ хужалығы идаралығы халыҡҡа аҡса ҡайтарып  бирергә тейешлеген асыҡланған. Һөҙөмтәлә бурысты ҡайтарыуға ирешкән. Был аҡсаға улар подъездарға яңы тәҙрәләр ҡуйҙыртҡан.Элек фатир хужаларының һәр береһе торлаҡты ҡарау өсөн 900 һум түләгән. Инфляция булыуға ҡарамаҫтан, хәҙер улар ай һайын үҙ кеҫәләренән 600 һум бирә. Аҡсаларҙың ҡайҙа киткәне етди күҙәтеүгә алынған.Хәҡиҡәт урамы 31 кәсер 2 адресы буйынса урынлашҡан был йортта йәшәүселәр торлаҡты ҡарау өсөн һәр квадрат метрҙан 14 һум 90 тин түләй. Улар йыйын үткәреп, ошо турала хәл иткән. Ә башҡа йорттарҙа йәшәүселәрҙең тарифы квадрат метр өсөн 20 һумдан башлана һәм 38 һумға тиклем барып етә. Ошоға бәйле ҙур сумма менән квитанциялар килә. Белгестәр әйтеүенсә, бында торлаҡ идаралыҡтары мутлашыуҙары ихтимал. Сөнки, тарифтарҙы фатир хужалары үҙҙәре билдәләргә тейеш.   Белгестәр әйтеүенсә, һәр кем ғәҙел һәм ышанысһыҙ идарасы компаниялар исемлеге менән таныша ала. Ойошманы алмаштырырға теләүселәр йыйын  үткәреп, яңы идарсы компания һайларға, тейешле ҡарар ҡабул итергә һәм документты ғәмәлдәге һәм яңы һайланған идарасы компанияға тапшырырға тейеш. Тик, бында ла юристар менән кәңәшләшеү мотлаҡ. 

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Яндекс.Метрика