Ҡырғыҙстан Башҡортостан менән эшлекле бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә сығарырға ниәтләй

Алмазбәк Атамбаев билдәләүенсә, Башҡортостан Рәсәйҙең  бар йәһәттән алға киткән терәк төбәге.  Шуға ла ике туғандаш республикалар араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтергә саҡыра Ҡырғыҙстан президенты. Дуҫлыҡ һәм теләктәшлек мираҫын ҡәҙерләп һаҡларға һәм дауам итергә. Тарихы, теле һәм мәҙәниәте бер-береһенә оҡшаш туғандаш халыҡтар араһында тығыҙ бәйләнештәр – тормош талабы. Башҡортостан Ҡырғыҙстан менән фән, мәғариф һәм мәҙәниәт кенә түгел сауҙа өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә әҙер. 2016 йыл һөҙөмтәләре буйынса Ҡырғыҙстан менән Башҡортостандың тышҡы тауар әйләнеше 31 миллион долларға яҡын. Бөгөн был күрһәткестәрҙе яҡшыртыу яғына үҙгәрештәр күҙәтелә. Нефть, металлургия, химия, ағас эшкәртеү сәнәғәте тауарҙары һатыу кимәле быйылғы дүрт айҙа ғына егерме миллион ярым долларға етте. Ҡырғыҙстандан импорт күләме иһә алюминий һәм баҡыр әйберҙәр алыу иҫәбенә артты. Башҡортостанда Ҡырғыҙстан капиталы ҡатнашлығындағы дүрт предприятие уңышлы эшләй. Хеҙмәттәшлекте эшлекле өлкәнән тыш мәҙәни йүнәлештә лә киңәйтеү зарур. Эшлекле делегация ағзалары Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында ойошторолған ҡырғыҙ халҡының биҙәү-ғәмәли сәнғәте өлгөләре күргәҙмәһе менән танышты, Ҡырғыҙстандың сәнғәт оҫталары концертын ҡараны. Ҡунаҡтар бер тауыштан башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтарының оҡшашлығын билдәләй. Туғанлыҡ тойғоларын дәлилләй.Ике йыл элек Ҡырғыҙстанда Башҡортостостандың фән һәм мәҙәниәт көндәре үткәйне. Тап рухи теләктәшлектең иҡтисади һәм сәйәси хеҙмәттәшлеккә юл асыуын танырға кәрәк. Ошо хаҡта бөгөн ике республика парламентарийҙарының осрашыуында ла билдәләнде. Ҡырғыҙстан Юғары кәңәше вәкилдәренең Башҡортостан парламенты ағзалары менән беренсе тапҡыр осрашыуына ҡарамаҫтан, уртаҡ мәсьәләләр етерлек. Парламент-ара хеҙмәттәшлеккә әҙерлеген белдереп, Ҡырғыҙстандың закон сығарыусылары Ҡоролтай депутаттарын тиҙҙән был дәүләттә үтәсәк президент һайлауҙары мониторингында ҡатнашырға саҡырҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Башҡортостан еренә һәм халҡына ҡарата алған тәьҫораттарын да уртаҡлашты. Хеҙмәттәшлек теләге, ҡунаҡсыллыҡ менән бер рәттән улар беҙҙең йәйҙе лә оҡшатҡан.Ҡырғыҙстан рәсми делегацияһы вәкилдәре артабан Башҡортостандың археология һәм этнография музейы экспозициялары менән танышты. Ике республика етәкселәренең ҡатындары айырым программа буйынса аралашты. Ханымдар Өфөлә 2014 йылда асылған ядер медицинаһы үҙәгендә булып табиптар һәм дауаланыусылар менән аралашты. Ҡырғыҙстан Республикаһының Рәсәйҙәге эшлекле визиты артабан Татарстанда дауам итә. 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары | ГТРК «Башкортостан»

Кескәй журналистарҙың етди һорауҙары

Балалар телевидениеһы көнө алдынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлиховҡа кескәй хәбәрселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуҙан тыш улар алдында яуап тоторға тура килде. Журналист һөнәре нимәһе менән ҡыҙыҡлы,  һуғыш барған ерҙә улар ни өсөн кәрәк, кеүек етди...

5 марта 2021
Смотреть видео Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре | ГТРК «Башкортостан»

Шашка буйынса оҫталыҡ дәрестәре

Өфөнөң сауҙа-иҡтисад колледжында Шашка буйынса үҙенсәлекле  ярыш үтте. Халыҡ-ара шашка буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина  студенттар менән  бер юлы уйнау сеансын үткәрҙе. Был сара халыҡ-ара 8 март байрамы һәм Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек...

5 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй сәскәләр бүләк итергә?

Сәскә бүләк итеү - мөхәббәт, ихтирам, хөрмәт билдәһе. Бер байрам да, бер тантана ла сәскәһеҙ үтмәй. Бигерәк тә, 8 март алдынан гөлләмәләргә һорау арта. Шамонин ауылында йәшәүсе Зәлиә Мостаеваның йортоноң икенсе ҡаты күптән инде сәскәләр яланына әйләнгән. Бында ҡыштың ыжғыр бурандарында ла кәйеф...

5 марта 2021
Смотреть видео Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне | ГТРК «Башкортостан»

Гүзәл заттарҙы Радий Хәбиров тәбрикләне

Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан күркәм тантана ойошторолдо. Башҡортостан данын танытҡан гүзәл зат вәкилдәрен Радий Хәбиров тәбрикләне. Яҙҙың иң беренсе һәм күркәм байрамы алдынан Өфөләге “Торатау” Конгресс-Холында гүзәл затты хөрмәтләү тантанаһы матур йолаға әйләнде. Бында бөгөн дә...

5 марта 2021
Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Яндекс.Метрика