Кушнаренко районы халҡы һыуыҡтан һәм һыуҙан ҡурҡмай

Быны беҙ үткән ялдарҙағы байрамдарға ҡарап әйтә алабыҙ. Бер-бер артлы Ураҙа байрамы, йәштәр көнө гөрләп үтте унда. Ямғырҙа һәм һалҡынға ҡарамайынса һәр кем унда ҡатнашырға ашыҡты. һеҙҙе лә был байрамдарҙың шаһиты булырға саҡырабыҙ.Дөмһәреп болоттар ҡуйырған күк йөҙөнә бәрәбәр түгел күренеш — яҡты сырайлы апай-инәйҙәр, атай-олатайҙар йылмайып мәсет тупһаһын ашаҡлай. Ғәйет намаҙына йыйыла улар. Һуңғы йылдарҙа иманлылар арабыҙҙа арта, тип һөйөнә һәм изге байрамда барыһына ла имен киләсәк теләй.Быйыл Рамаҙан айы йылдың иң ҡыҫҡа төндәре һәм оҙон көндәренә тура килде. Бындай күренеш 33 йылға бер генә ҡабатлана, ти диниҙәр. Шуға ҡарамаҫтан ураҙа тотоуҙың бер ауырлығы ла тойолманы, тип иҫәпләйҙәр. Иң һөйөнөслөһө — намаҙлыҡта ололар менән рәттәш булып, улар менән бер йүнәлешкә баҫып, бер доғаларҙы уҡып йәштәрҙең баҫып тороуы, бала-сағаларҙың ислам менән ҡыҙыҡһыныуы, ынтылышы, дини белеме артыуы. Балаларҙың дини белеме оло быуындың уларҙа исламға һөйөү трәбиәләүе күренеше. Теүәтәй кейгән иманлы атайҙар, яулыҡ ябынған итәғәтле әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә сабыйҙарының доға ишетеп һәм яттан һөйләп үҫеүендә киләсәк ғаиләләрҙең ныҡлы, халыҡтың тәртипле булыуын күҙаллап һөйөнә.Балаһының телендә яман һүҙҙәр түгел, ә бисмилла һәм Алла булыуы ҡайһы ата-әсәнең генә күңеленә ятмаһын.Байрамды Кушнаренко мәсете башланғысында район хакимиәте һәм урындағы халыҡ хуплап күтәреп алған. Өфө диниҙәренең дә унда ҡатнашыуы бәләкәстәрҙең дингә һөйөүен тағы ла арттыра төшә.Доғаларҙы иң оҫта һөйләүселәргә, күп сүрәләрҙе яттан белгәндәргә бүләктәр ҙә бик йомарт. Тағы ла маҡтау ҡағыҙҙары, ҡыуаныс-шатлыҡтар менән ял итеп ғаиләләр Ураҙа ғәйетен ҡаршы алды.Урамда иһә, ямғыр, ел тип тормай гөрләп йәштәр көнө уҙҙы. Бер-бер артлы сәхнәгә Кушнаренко районының алдынғы ҡыҙ һәм егеттәре күтәрелә. Уҡыуҙа, хеҙмәттә яҡшы күрһәткестәр менән алғы һыҙыҡта барған егәрлеләрҙе район кимәлендә маҡтау — күптәнге йола.Кушнаренкола йәштәр ололар өлгөһөндә тәрбиәләнә. Рәсәйҙең Мөхәббәт һәм тоғролоҡ миҙалы менән бүләкләнгән Венера һәм Файлас Муллағәлиевтар үҙҙәренең балаларына ла, район йәштәре өсөн дә абруйлы пар.Дарман менән тормош көтә Кушнаренко халҡы. Дәрт, ҡыуаныс, тырышлыҡ, киләсәккә матур хыялдар, маҡсаттар һәм иман менән.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика