Талпандар һөжүме дауам итә

Өлкән ҡыҙын сабыйҙар кеүек тәрбиәләгән ҡатын йәки талпандар һөжүме дауам итә. Башҡортостанда талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур, тип иҫкәртә белгестәр. Ваҡытында дауаламаһаң  был ауырыу инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтереүе ихтимал.Тәү ҡарауға ябай ғына хәрәкәттәр Ольга Брайцараға ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә. Ҡатынға 4 йыл элек энцефалитлы талпан ҡаҙалып, вирус баш һәм арҡа мейеһен зарарлай, бер ай комала ятҡандан һуң кәүҙәһе хәрәкәтһеҙлек хәленә килтерә. Әле Ольга яйлап ҡул бармаҡтарын йөрөтә башлаған һәм башын тота ала.Фалиж һуҡҡан ҡатынды әсәһе ҡарай. Любовь Теплова ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу өсөн бөтә көсөн һала. Сабый кеүек яңынан баҫырға ла өйрәтә.Ольга Брайцара заманында билдәле эшҡыуар, бәхетле әсә һәм ҡатын ине. Бер бәләкәй генә талпан уны хәрәкәтһеҙ генә түгел, аҡсаһыҙ, ғаиләһеҙ һәм торлаҡһыҙ ҡалдыра. Ун йылдан ашыу бергә йәшәгән тормош иптәше ғаиләнең бар мөлкәтен һата, аҡсаны үҙенә алып,  ҡатынын ташлап китә. Дуҫтары ла унан ситләшә.Талпан энцефалиты ҡурҡыныс сир, ваҡытында дауаламаһаң инвалидлыҡ, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Әйткәндәй, беҙҙең республикала талпан энцефалитын йоҡтороу ихтималлығы ҙур. Шуға ла кескәй генә бѳжәккә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауаханаға мѳрәжәғәт итергә кәрәк. Лабораторияға талпанды тәндән алған көндө үк килтерергә кәрәк. Оҙаҡ ятһа, уның кибеүе ихтимал, ти табиптар. Вирусы юҡҡа сыҡмаһа ла, уны билдәләүе ауырға төшә. Шулай уҡ, банкаға йәки контейнерға дымлы мамыҡ һалырға кәңәш итәләр. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһынан әле лә кеше өҙөлмәй. Унда тикшереүҙең һөҙөмтәһен көнөндә үк хәбәр итәләр. Ольга Брайцара ҡаҙалған талпанын юғалтҡан. Иммуноглобулин эшләтһә лә, вирусы йоғоп өлгөрә. Үҙенең башынан үткәнгә күрә, ул күҙ йәштәре аша башҡаларҙы һаҡланырға саҡыра.Башҡортостанда йыл башынан 9 меңдән ашыу кеше талпан ҡаҙалып дауаханаларға мөрәжәғәт иткән. Уларҙың араһында энцефалит вирусын йөрөткәндәре лә бар.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Салауат вариҫтары еңелеү белмәй | ГТРК «Башкортостан»

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй

Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

25 февраля 2021
Смотреть видео Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл

Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башлыҡ маҡсаттар билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй

Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар.  Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

25 февраля 2021
Смотреть видео Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр

Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты  бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева   күҙ йәшен йәшерә алмай.  Ҡатын  11 йәшлек сирле...

25 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты

Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

25 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда телдәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда телдәр

Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

19 февраля 2021
Смотреть видео Тәмле лә, файҙалы ла | ГТРК «Башкортостан»

Тәмле лә, файҙалы ла

Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

19 февраля 2021
Смотреть видео Өфөлә Шайморатов уйындары үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте

Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

19 февраля 2021
Смотреть видео Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

19 февраля 2021
Яндекс.Метрика