Әлшәй районында «Йәйләү» лагерында башҡорт балалары өсөн смена ойошторолдо
Әле унда төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балалар ял итә. Төрлө һәләттәргә эйә булған, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыусы балаларҙы йыйған «Йәйләү» лагерында Республиканың мәғариф министрлығы ялд нисек ойошторолоуы менән танышты.Башҡортостандың Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Пермь крайы, Мәскәү ҡалаһынан килгән балаларҙың һәр береһе үҙ һәләтен күрһәтергә тырышты.12-15 йәштәге балалар бер-береһе менән дә тиҙ уртаҡ тел тапҡан. “Йәйләү” лагерында ял итеү генә түгел, ә үҙ тарихыңды төптән өйрәнеү, төрлө йыр-бейеү конкурстары ла ойошторолған. Лагерҙа балалар егерме көн ял итә. Ошо арауыҡта күптәр яҡын дуҫ та табып өлгөрә. Ял итергә килгән балаларҙың көндәрен күңелле генә түгел, ә файҙалы ла итеп үткәреү өсөн программала яңы үҙгәрештәр индерәләсәк.

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе
,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды
Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?
Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр
Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

Башҡорт википедияһына 15 йыл
Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

Боронғо дәүер юлдары
«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған
Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала
Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...