Башҡортостанда ундан ашыу районда ғәҙәттән тыш хәл индерелә

Был юлы ҡоролоҡ сәбәпле түгел, ҡойма ямғырҙар сәселгән игенде юҡҡа сығара. Тамырынан серегән ашлыҡ, һабағынан һынған һоло, бойҙай. Был, айырыуса, республика үҙәгендә урынлашҡан райондарға хас. Ҡазаға тарыған хужалыҡтарға федераль ҡаҙнанан да ярҙам күрһәтелеүе ихтимал. Бөгөн беҙҙең телекомпанияның медиа үҙәгендә хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов хәбәрселәр менән осрашып, республика, үҙ сиратында, хужалыҡтарға бар яҡлап ярҙам күрһәтәсәк, тине. Тауыҡ йылы барын сәс, һис булмаһа тары сәс. Мул уңышҡа ишаралаған халыҡ мәҡәле беренсе тапҡыр ысынбарлыҡҡа тура килмәне. Башҡортостан хужалыҡтары тары сәсмәһә лә, ужым арышы, ужым бойҙайы, ҡарабойҙай, борсаҡ һәм һоло баҫыуҙары, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө майҙандарынан быйыл уңыш көткәндән байтаҡҡа түбән буласаҡ. Был турала хәҙер ауыл хужадығы министрлығында ла асыҡтан-асыҡ әйтәләр. Эш ауыл халҡының ялҡаулығында түгел, төп сәбәп ҡойма ямғырҙарҙа. Июндә республикала тик ете көн генә ямғыр яуманы. Июль дә аяҙ көндәре менән ҡыуандырмай. Айырым райондар, мәҫәлән, Кушнаренкола хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ. Иген баҫыуҙарында бөгөн арыш баш ҡоҫмай, ә аҡсарлаҡтар йөҙөп йөрөй. Был ошоғаса күҙәтелмгән хәл. Ғәҙәттән тыш хәл режимында йәшәгән 13 район һәм бөгөндән ярҙам һораған йөҙҙәрсә хужалыҡ. Башҡортостан етәкселеге уларҙы бәлә алдында үҙҙәрен ҡалдырмаясаҡ. Ә бына егерме ике мең гектарҙа юҡҡа сыҡҡан ашлыҡтың хаҡы әле үк 426  миллион һумға яҡынлаша. Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары кәм тигәндә лә өс милион тона ашлыҡ йыйып алыу маҡсатын ҡуйғайны. Әммә, был бурыстың үтәлмәүе, ә иген күләменең байтаҡҡа кәм булыуы бар. Тик һандарҙың түбәнәйеүенән ҡурҡырға ярамай. Республиканың үҙен үҙе икмәк менән тәьмин итә алырлыҡ көсө бар. Аяҙ көндәргә өмөт иткән ауыл халҡы хәҙер тәбиғәттән ярҙам һорай.  Ҡалтасыла руханиҙар доға ҡыла. Был тәбиғәт мөғжизәһеме, әллә хоҙай ярҙамымы, хәҙер районда ямғыр яуғаны юҡ.  Бөрө һәм Нефтекама епискобы Амвросий баҫыуҙағы ашлыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн, яландарға изге һыу һипкән. Ә ҡойма ямғырҙарға Башҡортостандың Урал аръяғы райондары хужалыҡтары, киреһенсә, шат та кеүек.  Дымға сарсаған дала-ялан яҡтары йылғалары ниһәйәт, һыуға туйҙы. Быйылғы ямғырҙар республиканың үҙәк өлөшө өсөн ныҡ ҡурҡыныс. Шишмә баҫыуҙарында күренеш ҡыуаныс түгел,  ә көйөнөс кенә уята, ти агроном Салауат Мөсәлимов. Шулай ҙа Башҡортостан өсөн тауыҡ йылы тауыҡ аҡылы менән тамамланмаҫ. Көндәр аяҙ торһа, башаҡ көс йыйырына ышаныс бар. Быйыл аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөнөң мул уңыш биреренә өмөтләнә. 

Подпишитесь на наш Telegram-канал


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

3 марта 2021
Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Яндекс.Метрика