Йылайыр районында йәшәүсе Мәстүрә Алсынова 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне

Уны тәбрикләргә 38 ейән-ейәнсәре, 43 бүлә-бүләсәһе, барлығы 125 кеше йыйылды. Тыуған көн ғаилә һабантуйына әйләнде. Туғандарҙың күп булыуы һәр кем өсөн дә оло бәхет. Табын әҙерләүҙә бөтә ғаилә вәкилдәре лә ҡатнаша. Ҡунаҡтарҙың бөтәһендә һыйлар өсөн кәм тигәндә лә бер һарыҡ, ә өҫтәлде иһә ике урында әҙерләргә кәрәк, ти Мәстүрә инәйҙең балалары.Мәстүрә инәйҙең тормош юлы еңелдәрҙән булмай. Бала сағында уҡ ул бер туған 7 ағай-апаһын тиф ауырыуынан юғалтып, яңғыҙы ҡала. Һуғыш йылдарында тракторсы, ә һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы хат ташыусы булып эшләй. Тормош юлы ауыр булһа ла ағинәй 11 балаға ғүмер бүләк итә. Уларҙың Һәр береһенең үҙ тормошо. Хәҙер инде Мәстүрә Әбделкәрим ҡыҙының 38 ейән-ейәнсәре, 43 бүлә-бүләсәһе бар. Нәҫелебеҙ йыл һайын 3-4 балаға күбәйеп тора, тип шаярта балалары. Бында йыйылған ҡунаҡтар Мәстүрә инәйҙең нәҫел-нәсәбенең өстән бер өлөшө генә. Әгәрҙә бөтәһе лә йыйылһа, ихата ла баҫып торорлоҡ урында ҡалмаясаҡ тип шаярта. 90 йәшлек инәй һәр ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең исемен, хатта тыуған көндәрендә иҫләй.Йыл һайын ғаилә байрамына кәм тигәндә лә 100-ҙән ашыу кеше йыйыла. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә Мәстүрә инәй балалары менән айырым табында ултыра.Ҙур табынға ҙур йорт та кәрәк. Мәстүрә Алсынованың нәҫеле бер клуб тултырырлыҡ тамашасылар һанына тиң. Шуға ла байрам тап урындағы мәҙәниәт йортонда уҙа. Өлкәндәр табын артында хәтер ептәрен һүтһә, балаларҙың үҙ шөғөлө. Улар өләсәйҙәре Мәстүрә инәй өйрәткән бороңғо уйындарҙың береһе “Йәшерәм яулыҡ” уйыны менән мәшғүл.Мәстүрә Әбделкәрим ҡыҙының нәҫеленең татыу булыуының төп сере- бала саҡтан дөрөҫ тәрбиә биреү. Бер тәрилкәнән ашап үҫтек, кейем-һалымды ла алмашлап кейҙек,  тип хәтерләй балалары.Ҙур байрамдан һуң, ҡунаҡтар йола буйынса соланға келәм элеп ғаилә менән иҫтәлеккә фото төштөләр.Бөгөн төбәктә демографик хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү өсөн  ғаиләлә кәм тигәндә лә 3 бала үҫтерергә кәрәк. Ә Мәстүрә Әбделкәрим ҡыҙының тормош юлы, йәш быуынға миҫал була алырлыҡ. Ниндәй генә ауырлыҡтар осраһа ла бирешмәҫкә. Оҙаҡ йәшәү сере тап ошонда ти, унынсы тиҫтәне ваҡлаған ағинәй.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

12 часов 12 минут назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

12 часов 16 минут назад
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

12 часов 20 минут назад
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

12 часов 22 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

12 часов 25 минут назад
Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Яндекс.Метрика