Селпәрәмә килгән хыял

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра. Ошондай тәҡдим менән республика федераль властарға сығырға ниәтләй. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхсәт итергә кәрәк, тине. Бындай идеялар федераль кимәлдә күптән яңғырай. Хаматдиновтар 7 мең һумды осон-осҡа ялғап йәшәргә мәжбүр. Ғаиләнең айлыҡ килеменең күп өлөшө дөйөм ятаҡтағы ошо бүлмә өсөн түләүгә китә. Улар бер- нисә йыл элек “Цветы Башкирии” ҡасабаһында төҙөлөп ятҡан йортҡа аҡсаһын һала.Төҙөүсе аҡсаны йыйып та төҙөлөштө тамамламайынса бөлгөнлөккә төшә. Халыҡты урамда ҡалдырмаҫ өсөн объектты икенсе ойошмаға биреп ҡарайҙар.Төҙөлөшкә инвестициялаусыларҙы хәҙер ябыҡ ҡапҡалар ҡаршы ала, шул уҡ ваҡытта бөлгөнлөккә төшкән компания алдыҡ юл менән фатирҙарҙы һатыуын дауам итә.Өфөнөң йәшел сауҡалыҡ микрорайонында һөлдә булып һерәйеп ултырған был йорттар ҡасандыр уны һатып алырға теләүселәр өсөн тормошҡа ашҡан хыял булып күренә. Әммә баш бәләһенә әүерелгән “хыял” 250-нән ашыу ғаиләне берләштерә.“Башинвестдом” өлөшсөләре компанияның финанс хәле насарайып унда 6 июлдән күҙәтеү процедураһы башланыуын ишетеп йәнә директор бүлмәһенә ашыға.Был юлы журналистар менән “ҡунаҡҡа” инеүен күргәс ойошма етәксеһенең ғәҙәти йылмайыуы йөҙөнән китте. Ғәҙәттәгесә һөйләшеүҙәр аныҡ һөҙөмтә бирмәй, матур вәғәҙәләр менән тамамлана. Республика властары йорттарҙы икенсе ойошмаға тапшырырға тәҡдим итә. Әммә бының менән йор һүҙле директор килешергә теләмәй.Бәхетле ҡартлыҡҡа тип тыуған яғына алыҫ себерҙән ҡайтҡан Гөлйыһан Айытбаева ла хәҙер ҡыҙының бәләкәй генә мөйөшөндә һыйынырға мәжбүр.Йорттоң бер өлөшөн төҙөп бөтәләр, ә бына 160 ғаилә ойошманың юридик ҡапҡанына эләгә. “Меркурий” был урында төҙөлөштө законһыҙ башлаған була. Компания банкротҡа әйләнә, шул уҡ ваҡытта уның етәкселәре исемендә нефть скважиналары, сит илдә активтар барлығы асыҡлана, әле уларға арест һалынған.Алданған өлөшсөләр бер ниндәй ҙә алға китеш күрмәгәс, үҙҙәре мәсьәләне хәл итеү юлын тәҡдим итә. Торлаҡ-төҙөлөш кооперативының яңы етәксеһен һайлайҙар, хәҙер законһыҙ төҙөлөш аҫтындағы ерҙе ваҡытлыса ҡулланыуға алырға ниәтләйҙәр.Барыһын да активистар уйлағанса еңел генә башҡарып булмай, сөнки төҙөлөштө тергеҙгән осраҡта аукцион уҙғарырға тура киләсәк, ә уны кемдәр һәм ниндәй ниәттәр менән еңеп алыры билдәһеҙ.Был вәғәҙәләргә “Серебряный ручей” микрорайоны өлөшсөләре хәҙер инде ышанмай. 700-ләгән кеше был урында буласаҡ йорттарҙан фатир һатып ала, әммә күптәре 2012 йылдан бирле буш һүҙҙәрҙән башҡа бер нимә лә ала алмай.Кешеләр ирекһеҙҙән төҙөлөш майҙансығына килеп йәшәргә лә риза.Әле республика буйынса ошондай 29 объект бар. Рәсми һандар буйынса, алданған өлөшсө тип танылыусылар 600 кеше тирәһе булһа, яҡын арала уларҙың һаны 3 мең ярымға етеүе ихтимал. Рөстәм Хәмитов ошо көндәрҙә муниципалитет етәкселәренә хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә бындай объекттарҙа етди эш башларға саҡырҙы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов төҙөлөшкә алдан аҡса йыйыуҙы тулыһынса тыйырға саҡыра. Ошондай тәҡдим менән республика федераль властарға сығырға ниәтләй. Башҡортостан хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә төбәк башлығы өлөшсөләр мәсьәләһенә нөктә  ҡуйырға ҡушты. Рөстәм Хәмитов төҙөлөш ойошмаларын тәнҡитләп, һуңғыларына банктан кредит алып төҙөргә, йортто тапшырғас ҡына һатыуға сығарырға рөхсәт итергә кәрәк тине. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Православие динендәгеләр Ҡышты оҙатыу - Масленица байрамына әҙерләнә

Уны бер аҙна байрам итәләр. Һәр көндөң үҙ атамаһы бар.  Дүртенсеһен халыҡ телендә “күңел асыу көнө”, тиҙәр. Тап дүшәмбе оло Масленица башлана. Элек был көндө уҡырға ла, эшләргә лә ярамаған. Күңел асып, ҡунаҡҡа йөрөп, ҡоймаҡтар менән һыйланғандар. Масленица Бөйөк Пост алдынан һуңғы аҙнала...

4 марта 2021
Смотреть видео “Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға | ГТРК «Башкортостан»

“Өс таған” фильмы бөгөн прокатка сыға

Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильм республика һәм күрше төбәк кинотеатрҙарында күрһәтеләсәк. Был турала фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе. Республиканың төрлө райондарында төшөрөлгән картина тамашасыны үҙенсәлекле сценарийы...

4 марта 2021
Смотреть видео Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тар ихаталары ни өсөн яңғыҙаҡ йорттар менән тула?

Ҡаланың Черниковка биҫтәһендә балалар майҙансығы урынында күп ҡатлы йорт төҙөлә башлаған. Урындағы халыҡ төҙөүсе компанияны йорт янындағы ерҙәре баҫып алыуҙа ғәйепләй. Был хәл буйынса ҡала прокуратыраһы тикшереү  башлаған. Өфөнөң Конституция 5 адресы буйынса урынлашҡан йортта йәшәүселәргә...

4 марта 2021
Смотреть видео Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Атай алдында ғына түгел, суд алдында ла яуап тоторға тура киләсәк

Өфө урамдары буйлап ҡиммәтле автомобилдәрҙә ҡыуырға яратҡан Артур Ғәзизовҡа ҡарата суд ултырышы башланды. Уҙған йылдың ноябрендә 25 йәшлек ир инспекторҙы бәрҙереп, автомобиль капотында йөрөттө. Ҡасып китеп юл аша сығып барған ҡатынды һәм балаһын төкөтә яҙа. Хәҙер ошо ваҡиға буйынса суд бара....

4 марта 2021
Смотреть видео Юл киҫелешендә эш ҡайнай | ГТРК «Башкортостан»

Юл киҫелешендә эш ҡайнай

Салауат Юлаев проспекты һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге транспорт хәрәкәте тәүлек әйләнәһенә контролдә тотола. Светофорҙарҙың эшләү режимы  урындағы хәлгә ҡарап көйләнә. Төҙөлөш эштәре лә юл үткәүеле тирәләй  план буйынса бара. Объектта эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Салауат Юлаев...

4 марта 2021
Смотреть видео Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Еңеү көнө киң билдәләнәсәк

2021 йылдың 9 майында Башҡортостанда күләмле байрам саралары көтөлә. Радий Хәбиров Бөйөк Еңеү көнөн билдәләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.  Байрамға әҙерлек һәм уны үткәреү планына ярашлы, 7 майҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залында тантаналы концерт, 9 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында сәскәләр...

4 марта 2021
Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

3 марта 2021
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

3 марта 2021
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

3 марта 2021
Яндекс.Метрика