Затон биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан спорт әҙерлек үҙәге 1 миллиард һумға ҡиммәтләнеүе ихтимал

Комплекс Халыҡ-ара кимәлдәге спорт ярыштарын ҡабул итә алһын өсөн төҙөлөш проектына үҙгәрештәр индерелгән. Әле ул тикшереү үтә. Фатир эсендә көнөнә ике тапҡыр теннис өҫтәлен урынлаштырып кире йыйыу мөмкинлектәре сикләнгән был спортсылар өсөн мәжбүри. Ҡуртымға алынған фатир Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың паралимпия йыйылма командаһы ағзалары өсөн көнөнә ике тапҡыр спорт залына әүерелә. Бөтә пенсия фатир өсөн түләү һәм спорт залында шөғөлләнеү өсөн китә. Башҡаса сара юҡ, улар Паралимпиясылар үҙәген 2011 йылдан бирле көтә.4 басссейны, бокс, еңел атлетика, фехтование залдары булған үҙәкте 2010 йылда паралимпиясылар өсөн күнекмәләр базаһы булараҡ төҙөй башлайҙар. Әммә эштәр барышында уның проекты үҙгәртелә. Комплекс халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итә алырға тейеш тигән маҡсат ҡуйыла.Проект менән бергә талаптар ҙа үҙгәртелә. Мәҫәлән, бассейнға плитка урынына италия технологияһы буйынса мембраналы түшәм һалынасаҡ. Объекттың инженер йәһәттән иң ҡатмарлы өлөштәренең береһе – спорт-демонстрациялар залы. Ҙурлығы буйынса футбол майҙанына тиң бинала халыҡ –ара кимәлдәге бөтә төр ярыштарҙы уҙағарырға мөмкин. Тамашасылар өсөн бында 1 мең ярым урынға иҫәпләнгән трибуна. Уға өҫтәп тағы ла мең ярым кешелек күсмә трибуна ҡуйыла.Урындарҙы арттырыу ҙа халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар ҡабул итеү өсөн аҙаҡ хәл ителә. Был, үҙ сиратында, проекттың хаҡын да арттыра, ти төҙөүселәр. Башта илдәге япма аҫтындағы иң ҙур спорт әҙерлек үҙәге 2 миллиард 200 миллион һумға баһаланһа, хәҙер ул тағы ла 1 миллиард тирәһенә ҡиммәтләнгән. Өфө-Затон юлындағы спорт әҙерлек үҙәге 2011 йылда төҙөлә башлағайны. Әммә федераль үҙәк уны финанслауҙан баш тартҡанлыҡтан объектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты ике тапҡыр кисектерелде. Хәҙер республика уны тулыһынса үҙ иҫәбенә төҙөй, 2018 йыл аҙағына объект әҙер булырға тейеш. Республиканың 100 йыллығына 100 объект исемлегенә ингән спорт үҙәге Башҡортостан тарихында иң күләмле төҙөлөштәрҙең береһе. Ул уңышлы тамамланһа, 2019 йылда Өфөлә үтәсәк халыҡ-ара балалар уйындарында тәүге һынау үтәсәк.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

"Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Сарала уҡытыусылар, колледж директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты. “Мәғариф эштәре” журналы – “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының тәүге баҫмаһы. Ул ғәрәп телендә 1920 йылдың февраль айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында  донъя күргән. Йылдар үтеү менән, йәмғиәт һәм замана талаптарына ярашлы...

11 часов 19 минут назад
Смотреть видео Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе

,,Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе,, республика конкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡала. Ойоштороусылар конкурсҡа мөмкин тиклем күберәк  иғтибар йәлеп итергә, ҡатнашыусыларҙың һанын артырырға, уларҙың баһаһын күтәреп халыҡ араһына сығарыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән Рәсәй ДОСАФФ ойошмаһының...

11 часов 24 минуты назад
Смотреть видео Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды

Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында ыуылдырыҡ “һауыу” осоро башланды. Нефтекама районының Ҡарман һыуһаҡлағысында бер миҙгелдә генә тонна ярымдан ашыу ыуылдырыҡ алалар. Бөгөн бикре балығы ыуылдырығы ҡулланыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Рәсәйҙәге иң ҙур балыҡсылыҡ хужалыҡтарының...

11 часов 27 минут назад
Смотреть видео Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа? | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр ниңә ялыуҙар яҙа?

Әле булһа күп кенә ата-әсәләр мәктәп ашының тәмле булмауына зарланып Хөкүмәткә ялыуҙар менән мөрәжәғәт итә. Уларҙың күп өлөшө Өфөгә тура килә. Әйткәндәй, Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ла ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты...

11 часов 29 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәтендә етди үҙгәрештәр

Улар менән оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров таныштырҙы. Талаптар көсөйтелә, тине Радий Фәрит улы. Төҙөлөштә, йәмәғәт транспортында етди тәртип урынлаштырыу башлана. Оператив кәңәшмә министрҙар кабинетындағы кадрҙарға бәйле үҙгәрештәр менән асылды. Радий Хәбиров ял көндәрен бушҡа...

11 часов 32 минуты назад
Смотреть видео Башҡорт википедияһына 15 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт википедияһына 15 йыл

Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал  көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

1 марта 2021
Смотреть видео Боронғо дәүер юлдары | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо дәүер юлдары

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

1 марта 2021
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған

Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

1 марта 2021
Смотреть видео Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала

Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

1 марта 2021
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

1 марта 2021
Яндекс.Метрика