Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» башланды

31-се майға тиклем  тиклем республиканың Сәләмәтлек үҙәктәрендә һәр кемдең бушлай артериаль ҡан баҫымын үлсәтеү, флюорография үтеү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау, терапевт, кардиолог, стоматолог һәм башҡа табиптарҙан кәңәштәр алыу мөмкинлеге бар. Ә донорҙар...

29 мая 2019
Смотреть видео Беҙ беренсе! | ГТРК «Башкортостан»

Беҙ беренсе!

Телевизион һәм радиотапшырыуҙар әҙерләүселәрҙең милли ассоциацияһы “Яндекс. Эфир” сервисында төбәк телеканалдарының рейтингын иғлан итте.  Унда Башҡортостан24 телеканалы иң алдынғы урынға сыҡты. Был Башҡортостан дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының ғына түгел, беҙҙең...

29 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында быйыл 232 камера ҡуйыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында быйыл 232 камера ҡуйыласаҡ

Әле федераль трассаларҙы фото-видео теркәү ҡорамалдары менән тәьмин итеү эштәре бара. Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары буйынса, республика юлдарында термопластиктан билдә һалынасаҡ. Ул оҙағыраҡ һаҡлана һәм ҡараңғыла яҡтыраҡ күренә. Һыҙат автомагистралдәрҙә генә түгел, социаль...

29 мая 2019
Смотреть видео Быйыл республикала тыуым да, үлем дә кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл республикала тыуым да, үлем дә кәмегән

Йылдың тәүге өс айында 10 мең 446 сабый тыуған. Туғыҙ районда ғына тыуым буйынса ыңғай күренеш күҙәтелә. Үлем сәбәптәре элеккесә ҡала. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары 16% артҡан, онкология сирҙәренән үлем 3% кәмегән, тышҡы сәбәптәрҙән — 29% аҙыраҡ. Ләкин шуның менән бергә юл-транспорт...

29 мая 2019
Смотреть видео Һуңғы ҡыңғырау ваҡытында республикала 1000-гә яҡын шешә спиртлы эсемлек һатылған | ГТРК «Башкортостан»

Һуңғы ҡыңғырау ваҡытында республикала 1000-гә яҡын шешә спиртлы эсемлек һатылған

 23 һәм 25 майҙа законға ярашлы, сикләү булыуға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар был талапты үтәмәгән. Хәҙер уларға Административ кодекс нигеҙендә, яуаплы вазифа биләгәндәр өсөн 20-40 мең, юридик шәхестәргә 100 меңдән 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ошондай уҡ талап һабантуй көндәрендә лә буласаҡ....

29 мая 2019
Смотреть видео Лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы баһа | ГТРК «Башкортостан»

Лайыҡлы хеҙмәткә лайыҡлы баһа

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында яҙыусы, Рәсәй яҙыусылар  берлеге ағзаһы Тамара Ғәниева ла бар. Әҙибәгә Башҡортостандың Халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Республикала һәм унан...

29 мая 2019
Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса йыһазландырылған яңы спорт балалар баҡсаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса йыһазландырылған яңы спорт балалар баҡсаһы төҙөләсәк

 Кескәйҙәр бәләкәйҙән  спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләггә ала. Бындай проект иһә балаларҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу уята. Олимпик парк биләмәһендә тап ошо урында яңы спорт балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Заманса бинала 200 ашыу бала тәрбиәләнәсәк, тип билдәләнә. Яңы проект 2021 йылға тиклем...

28 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» башланды

31-се майға тиклем  тиклем республиканың Сәләмәтлек үҙәктәрендә һәр кемдең бушлай артериаль ҡан баҫымын үлсәтеү, флюорография үтеү, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен асыҡлау, терапевт, кардиолог, стоматолог һәм башҡа табиптарҙан кәңәштәр алыу мөмкинлеге бар. Ә донорҙар...

28 мая 2019
Смотреть видео Етди һынау | ГТРК «Башкортостан»

Етди һынау

Рәсәйҙә 11-се классты тамамлаусылар өсөн төп Берҙәм Дәүләт Имтихандарын тапшырыу башланды. Кисә улар география һәм әҙәбиәттән тәүге һынау тотто. Был  фәндәр һайлап алыу буйынса. Башҡортостанда географияны – 688, әҙәбиәтте - 997 уҡыусы һайлаған. Ә мотлаҡ тапшырыласаҡ имтихандар булып,...

28 мая 2019
Смотреть видео Сик буйы ғәскәрҙәре көнө | ГТРК «Башкортостан»

Сик буйы ғәскәрҙәре көнө

 Ошо уңайҙан илдең бөтә төбәктәрендә, шул иҫ:әпән Башҡортостанда ла байрам саралары уҙа.  Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең  иң мобиль төркөмдәренең береһе. Йөҙҙәрсә мең саҡырымға һуҙылған сик именлеген тәьмин итеү тап уларҙың бурысы. Был исемлектә ҡоро ер генә түгел....

28 мая 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа парламентына һайлау алдынан көнбайыш киң мәғлүмәт саралары тауыш биреүгә Рәсәйҙең ҡыҫылыу ихтималлығы темаһын тағы ла ҡуйырта башлаған. Әммә Бельгияның мәғлүмәт һәм именлек буйынса генераль хеҙмәте етәксеһе Клод Ван де Ворде барыһын да тынысландырып һайлау компанияһы сиктәрендә ...

28 мая 2019
Смотреть видео Подъездар нисек ремонтлана? | ГТРК «Башкортостан»

Подъездар нисек ремонтлана?

Ҡайһы юлдар соҡор-саҡырлы, ҡайҙа сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килә, ниндәй мәктәптә балаларҙы йәберләү бар. Көнкүрештәге ошо һәм башҡа иң мөһим осраҡтарҙы власть йәмәғәтселек ярҙамында асыҡлай.  Етәкселек менән йәмғиәт хеҙмәттәшлегенең көнүҙәк мәсьәләләре Өфөлә бишенсе тапҡыр ойошторолған...

28 мая 2019
Смотреть видео Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары | ГТРК «Башкортостан»

Хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары

Башҡортостандың район хакимиәттәрендә «хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары» тигән яңы вазифа 1 июлдән барлыҡҡа киләсәк. Барлыҡ муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ мәсьәләләрен аңлаған һәм тейешле ҡарарҙарҙы раҫларға һәләтле кеше буласаҡ, тине Радий Фәрит улы. Бынан тыш, ике айға бер тапҡыр...

28 мая 2019
Смотреть видео Һабантуйҙар ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һабантуйҙар ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ

Һабантуйҙар ваҡытында юғары ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә спиртлы эсемлектәр менән һыйламаҫҡа саҡырҙы Республика етәксеһе. Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләү башланғысын чиновниктарға үҙ миҫалында күрһәтергә кәңәш итте. Кәңәшмәлә министрҙар кабинетындағы...

28 мая 2019
Смотреть видео “Урал батыр” эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы | ГТРК «Башкортостан»

“Урал батыр” эпосы һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы

Башҡортостан республикаһының Дәүләт-Йыйылыш Ҡоролтайында билдәле ғалим-фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияға Татарстан, Тыва, Хакасия, Саха,...

27 мая 2019
Смотреть видео Сирень төҫлө йәй | ГТРК «Башкортостан»

Сирень төҫлө йәй

Уҡыу һәм китап ҡәҙерен белгәндәрҙе Өфөлә “Сирень төҫлө йәй” фестивале берләштерҙе. ”Китапханалар көнө уңайынан был сара быйыл етенсе тапҡыр ойошторолдо.Тын-тауышһыҙ тыныс бүлмәләр был көндәрҙә әкиәт донъяһына әйләнә. Осрашыуҙар, мауыҡтырғыс квест-уйындар, театрлаштырылған тамашалар. Китап...

27 мая 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Кәзәләр янғынға ҡаршы. Америка Ҡушма штаттарының Калифорния штатында урман янғындары менән көрәшеүҙең үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡан. Яландарға ҡоро үләнде ашарға кәзәләрҙе сығаралар икән. Янғынға ҡаршы көрәштең был иң ябай, осһоҙ һәм һөҙөмтәле ысулы, ти белгестәр. Тарихта тәүге тапҡыр. Рәсәйҙең...

27 мая 2019
Смотреть видео Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале башланды

Сараға – Башҡортостан, Татарстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа төбәктәрҙән театр әһелдәре йыйылды. 7 көн дауам итәсәк фестивалдә жюри ағзаларына һәм тамашасыларға барлығы 13 спектакль тәҡдим ителәсәк. 7-се тапҡыр уҙғарылған төрки телле халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале был юлы ла...

27 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостан халҡы йәй көтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡы йәй көтә

Туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар ҡасан тамамланыр, республикала көндәр йылыға тартырмы.  Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәре лә май һыуығынан ыҙалай. Ҡойма ямғырҙар, төнөн төшкән ҡырау, урыны менән яуған ҡар ҡатыш ямғыр, боҙборсаҡ. Быларҙың барыһы ла май аҙағына хас күренеш һымаҡ та түгел....

27 мая 2019
Смотреть видео Республикала тиҙҙән мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеү башлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тиҙҙән мәшғүллек үҙәктәрен үҙгәртеү башлана

 Улар  яңы форматта эшләй башлаясаҡ.Һәр мөрәжәғәт итеүсе бөтә һорауҙарын да бер урында хәл итә алһын өсөн, эшмәкәрлек “берҙәм тәҙрә” режимында алып барыла.  Шулай уҡ эш эҙләүселәргә  уларҙың тәжрибә кимәлен , ҡыҙыҡһынған һөнәрҙәрен иҫәпкә алған  шәхси консультант ярҙамы...

27 мая 2019
Смотреть видео Өфөлә Евразия урологтары конгресы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Евразия урологтары конгресы үтте

Франция, Эстония, Ҡытай, Һиндостан, Таджиҡстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Көньяҡ Корея, Австрия, Германиянан  килгән  һәм Рәсәйҙә эшләгән алдынғы табиптар тәжрибә уртаҡлашты.  Торатау Конгресс-холында донъя медицинаһының алдынғы вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, профессорҙар, ...

27 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостанда яман шештән һәләк булыусылар кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яман шештән һәләк булыусылар кәмегән

Башҡортостанда табиптарҙы дәртләндереүгә йүнәлтелгән ҡарар ғәмәлгә инә. Ямаш шеште йәки онкологик ауырыуҙы асыҡлаған алдан асыҡлаған белгестәргә биш мең һум  күләмендә премия түләнәсәк.Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу тәү маҡсат булырға...

24 мая 2019
Смотреть видео Талпан ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Талпан ҡотора

Башҡортостан халҡы хакимиәттәрҙән талпандарға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулдарын ҡулланыуҙы ла талап итә. Йәй башланмаған, ә республикала 3 мең самаһы кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән. Бының өсөн яуаплы чиновниктар иһә белдереүҙәрҙән ары китә алмай. Шуныһы ҡурҡыныс, тикшерелгән...

24 мая 2019
Яндекс.Метрика