Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

 Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә республика халҡы Башҡортостан башлығын, шулай уҡ урындағы ҡала һәм район советтарына яңы вәкилдәр һайлап, Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайға өҫтәмә ике депутатты билдәләйәсәк.   Кампания Башҡортостан өсөн 400 миллион һумға төшәсәк. Бюллетендәрҙе иҫәпләү...

7 июня 2019
Смотреть видео Тәүге килешеүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге килешеүҙәр

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация Санкт-Петербургта үткән 23-сө халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнаша. 6 июндән һигеҙенә тиклем дауам иткән форум барышында төбәк-ара, финанс кредит ойошмалары, предприятие һәм фондтар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү...

7 июня 2019
Смотреть видео Евразия күпере | ГТРК «Башкортостан»

Евразия күпере

 Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “Евразия күпере” күргәҙмәһе асылды. “Рәсәй рәссамдары күҙлегенән Ҡытай” проектында ҡатнашыусылар Ҡытайға барып, ундағы төрлө обьекттарҙы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын ҡәләм аша еткерҙе. 2016 йылда Ҡытай менән төҙөлгән...

6 июня 2019
Смотреть видео Тешеңде таҙа тот | ГТРК «Башкортостан»

Тешеңде таҙа тот

Балалар стоматологияһы клиникаһының береһендә кескәйҙәрҙе ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына арналған сара үтте. Бындай әмәл – теш ауырыуҙарын кәметергә булышлыҡ итә, ти белгестәр. Алты йәшлек Камилла теш табибынан бер ҙә ҡурҡмай. Сөнки һөт тештәренең әлеге торошо һуңынан сығасаҡ ДАИМИ тештәргә йоғонто...

6 июня 2019
Смотреть видео Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк

Баланы ял итергә ебәрер алдынан учреждение хаҡында мәғлүмәтте ентекләп өйрәнергә кәңәш итә белгестәр. Түләүле лагерҙар араһында мәҫәлән, Мәғариф министрлығы реестрына инмәгәндәре лә бар. Исемлекте ведомствоның рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. 90 мең бала өсөн юллама бөтөнләй бушлай буласаҡ. Бындай...

6 июня 2019
Смотреть видео Һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат | ГТРК «Башкортостан»

Һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат

Башҡортостан инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионаттың бишенсе төбәк этабы дауам итә. Чемпионатта 29 компетенция буйынса 300 инвалид көс һынаша. Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары был ярышта йылда әүҙем ҡатнаша. “...

6 июня 2019
Смотреть видео Йәй аҡса эшләү осоро | ГТРК «Башкортостан»

Йәй аҡса эшләү осоро

Йәй берәүҙәр өсөн көтөп алынған ял мәле булһа, икенселәргә − аҡ­са эшләү осоро. Бигерәк тә, мәктәптән бушаған уҡыусылар каникул мәлдәрендә эшләп ҡалырға тырыша. Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә? Ҙур иғтибар һәм етди йөҙ менән балалар ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр хеҙмәт килешеүе...

6 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тәфтиш комитеты Тольяттила  балалар уйнап йөрөгән батутты көслө ел осороу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатты. Ике бала йәрәхәтләнгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аттракцион хужалары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған. Мексикала Сантьягоның изге апостолы монастыре һыу аҫтынан күренгән. Ул 16-сы быуатта...

6 июня 2019
Смотреть видео Баш ҡала үҙәге яңы төҫ ала | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡала үҙәге яңы төҫ ала

“Өфөкабель” ойошмаһының элекке административ һәм сәнәғәт бинаһын төҙөкләндереү дауам итә. Батша заманында бында губернаның ер идаралығы урынлаша һәм хәҙер төҙөүселәр элекке йөҙөн кире ҡайтара. Скульпторҙар гипстан биҙәү деталдәрен эшләгән. Эшселәр бинаға манара ҡуйҙы, ҡыйығын алмаштырҙы һәм әле...

6 июня 2019
Смотреть видео Дауаханаға килдем, әммә машинаны ҡуйырға урын юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Дауаханаға килдем, әммә машинаны ҡуйырға урын юҡ

 Был һорау хәҙер күп автоһәүәҫкәрҙәрҙе борсой. Апрель айынан газон-тротуар, социаль объекттар майҙансыҡтарында тимер аттарҙы ҡалдырып китеү ҡәтғи тыйыла. Ҡәғиҙәне боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған. Законды инҡар итеүселәр күпме штраф түләйәсәк? Парковкалар мәсьәләһе ҡасан хәл ителер? Өфөнөң Киров...

6 июня 2019
Смотреть видео Республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттең тағы ла бер бүлексәһе барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттең тағы ла бер бүлексәһе барлыҡҡа киләсәк

 Ул Нефтекама ҡалаһы янында Әмзә ауылында урынлаша. Был биләмә аша тимер юлдары үтә.  Юл хәрәкәте ябылыуы арҡаһында Нефтекаманың  янғын һүндереселәренә ҡайһы ваҡыт 40-ар минут көтөп торорға тура килә.  Айырым пост асыу янғын һүндереү хеҙмәтенең барып етеү ваҡытын һиҙелерлек...

6 июня 2019
Смотреть видео Республикала янғындар, юлдарҙағы авариялар буйынса хәл ҡатмарлы булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Республикала янғындар, юлдарҙағы авариялар буйынса хәл ҡатмарлы булып ҡала

Бер аҙнала ғына юл-транспорт ваҡиғаларында 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡорбандар араһында балаларҙың булыуы айырыуса үкенесле. 197 янғында һәләк булыусылар һаны тиҫтәгә яҡын. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә,  был йәһәттән  тейешле саралар күрергә кәрәк. Аварияларҙы иҫкәртеү өсөн...

6 июня 2019
Смотреть видео Баҡалыла сәнғәт мәктәбенең хәҙер үҙ  концерт залы бар | ГТРК «Башкортостан»

Баҡалыла сәнғәт мәктәбенең хәҙер үҙ концерт залы бар

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәктәп коллективы һәм уҡыусылары ҡунаҡ йыйып ошо һөйөнөсө менән уртаҡлашты. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Каринэ Хәбирова ла булды. Ул райондың социаль приютында  йәшәгән  сабыйҙар менән дә танышты һәм һабантуйҙа  ҡатнашты. Баҡалы балалар сәнғәт...

5 июня 2019
Смотреть видео Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым

 Башҡортостандан Венаға тура авиабәйләнеш булдырылды. Хәҙер Европаны күреп ҡайтырға теләүселәр өсөн һауа юлдары асыҡ, аэропорттар алмаштырып йөрөүҙең дә кәрәге юҡ. Елена Шакирова ла йәш бала менән аэропорттар буйлап йөрөүҙе ауыр күреп ялын кисектерергә теләй, әммә яңы рейс тураһында ишеткәс тә...

5 июня 2019
Смотреть видео “1710-сы километр платформаһы” туҡтатылышы был көндәрҙә | ГТРК «Башкортостан»

“1710-сы километр платформаһы” туҡтатылышы был көндәрҙә

Оло-теләк тимер юл фажиғәһенең хәтер майҙанына әүерелә. Бында 30 йыл элек булған ваҡиғаның шаһиттары, һәләк булғандарҙың туғандары йыйыла. Ят автомобиль хужаларының “Һәйкәлгә юл ҡайҙа” тигән һорауы Красный восход ауылы халҡын аптырашта ҡалдырмай. Өсөнсө июндең ниндәй көн икәнен һәм ҡайһы һәйкәл...

5 июня 2019
Смотреть видео Оло Теләк фәжиғәһенә арналған “Хәтер китабы” баҫыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Оло Теләк фәжиғәһенә арналған “Хәтер китабы” баҫыласаҡ

Ошо турала Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.Республика етәксеһе һәләк булғандарҙың яҡындары менән осрашты. Улар йыл һайын 4-се июнь Оло Теләк янында йыйыла. Фәжиғәлә балаларын, хатта, тотош ғаиләләрен юғалтҡан кешеләр бар. Улар илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгәйне....

5 июня 2019
Смотреть видео Ураҙа байрамына арналған төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә-Тюльпан мәсетендә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Ураҙа байрамына арналған төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә-Тюльпан мәсетендә үтте

Унда меңләгән мосолмандар менән бергә байрам вәғәзен республика етәксеһе Радий Хәбиров та тыңланы. Һуңынан байрам Ватан этнопаркында дауам итте. Мосолман донъяһындағы иң мөбәрәк ике байрамдың береһе Ураҙа ғәйете -  иман һәм дин, ихтирам һәм игелек, изгелек менән күркәм сифаттар билдәһе. Ай...

5 июня 2019
Смотреть видео Донъя мосолмандары Ураҙа ғәйетен билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Донъя мосолмандары Ураҙа ғәйетен билдәләй

 Бөгөн уның икенсе көнө. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды. Ураҙа байрамы өс көн  да  уам итә. Һәр кем ҡулынан килгәнсә, татлы...

5 июня 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды

Бөрйән – республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. Сәфәр барышында төбәк Башлығы социаль һәм инфраструктура объектарын ҡараны, районда туризмды үҫтереү һәм инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлектәре менән танышты, шулай уҡ район...

3 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостанда һабантуй байрамдары башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һабантуй байрамдары башланды

Өфөлә байрам, ғәҙәттәгесә, Рәсәй көнө менән бер көнгә тура килә. Һуңғы һабантуй Торатау итәгендә Ишембай районынында 29 июндә уҙғарыла. Унда ҡатнашып, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егеттәре халыҡты таң ҡалдырырға уйлай. Тәү ҡарауға был егеттәр физкультура дәресендә һымаҡ күренһә лә,...

31 мая 2019
Смотреть видео Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды. Фестиваль быйыл да ысын сәнғәт өсөн тел бер ваҡытта ла кәртә булалмауын иҫбатланы.  Сара бүләк иткән тәьҫораттары  менән фестивалдең даими президенты- танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов, жюри рәйесе Рәсәй Армияһы...

31 мая 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма штаттарының Урта Көнбайышы буйлап 55-тән ашыу көслө ҡойон үткән. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә һигеҙ штатта йөҙләгән йорт емерелгән, 65 мең бина электрһыҙ тороп ҡалған. 130 кеше йәрәхәтләнгән, 81 йәшлек ир һәләк булған. Уның йортона автомобиль килеп...

31 мая 2019
Смотреть видео Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. 22-се апрелдә старт алған сарала 30 меңгә яҡын кеше һаулығын тикшерткән. 22 күсмә медицина модульде үҙ эсенә алған поездар билдәләнгән маршрут буйынса эшләй. Ошо көндәрҙә уларҙың береһе Бүздәк районында халыҡты ҡабул итә. 2016-...

31 мая 2019
Яндекс.Метрика