Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикаға ҡош киҙеүе янай | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға ҡош киҙеүе янай

Башҡортостанға күрше төбәктәрҙән ит индереү тыйылыуы ихтимал. Хайуандарҙың ҡурҡыныс ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса комиссия ултырышында шундай тәҡдим индерелде. Республика менән күрше төбәктәрҙә әле ҡош киҙеүе, африка тағуны тарала. Шуның менән бәйле төбәктә ҡатмарлы хәл килеп тыуҙы. Әле барлыҡ...

3 августа 2018
Смотреть видео Ҡиммәтле хаттар | ГТРК «Башкортостан»

Ҡиммәтле хаттар

Республика әҙәбиәт милли музейы хеҙмәткәрҙәре әле яҙмаларҙың тарихи һәм әҙәби ҡиммәтен асыҡлау менән мәшғүл. Башҡорт дәүләт филармонияһы һәм драма театрының элекке етәксеһе Нәжибәк Хафизовҡа яҙылған биш йөҙ хаттың эстәлеген тәрән өйрәнәһе бар.Әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре яңы экспонаттарҙы авторҙары...

2 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн һауа-десант ғәскәрҙәре көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

Өфөлә байрам ойошҡан үтә. Вәғәҙәләгәнсә, хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Закир, һаумы, байрам нисек үтә, тәртип боҙоусылар юҡмы?

2 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Үҙәк Африка республикаһында үлтерелгән 3 журналистың күҙәһе йома Рәсәйгә килтереләсәк. “Сиктәрҙе белмәүсе репортерҙар” ойошмаһы хәбәрселәрҙе үлтереүҙе ентекләп тикшерергә саҡырҙы. Калининградта “Ислам дәүләте” төркөмсәһе эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған 9 кеше ҡулға алынған. Улар тыйылған әҙәбиәт...

2 августа 2018
Смотреть видео 9 августан республикала күләмле акция башлана | ГТРК «Башкортостан»

9 августан республикала күләмле акция башлана

“Цифраны тоҡандыр” тип аталған сараны “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре менә берлектә үткәрә. Уның сиктәрендә беҙҙең телеканалдың коллективы республиканың төрлө райондарына барып, урындағы халыҡтың мультиплексҡа күсеү шатлығын уртаҡлашып, ҙур...

2 августа 2018
Смотреть видео Йәрәбә һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Йәрәбә һалынды

Берҙәм республика округы буйынса һайлау бюллетенендә һайлау берләшмәләренең эмблемаһы һәм урыны асыҡланды.  Ул Республика үҙәк һайлау комиссияһында үткән йәрәбә тотоу барышында билдәләнде. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутатлыҡҡа дәғүә итеүселәр шулай уҡ республика матбуғат баҫмаларында...

2 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен мәсхәрәләгәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен мәсхәрәләгәндәр

Был видеоны шаһиттар төшөрөп алған. Күреүегеҙсә, әлегә билдәһеҙ кешеләр постаментҡа, хатта һәйкәлдең иң бейек нөктәһенә тиклем менгән. Был ҡәтғи тыйыла һәм милли герой һәйкәлен мәсхәрәләү, тип ҡабул ителә. Социаль селтәрҙә был зәңгәр береттарҙың ҡырын эше тигән хәбәр бар. Әммә десантсылар...

2 августа 2018
Смотреть видео Өфө янында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны яна башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфө янында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны яна башланы

Ут 300 квадрат метрҙы ялмап алған. Ғәҙәттән тыш хәл урынында әле янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәре эшләй. Янғын сыҡҡан урын Дим районынан 4, Сергеевка ауылынан 2 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан.

2 августа 2018
Смотреть видео Уңған ҡулда ут уйнай | ГТРК «Башкортостан»

Уңған ҡулда ут уйнай

Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында йәшәүсе Рима Хәмиҙуллина йылына ике йөҙләгән банка уңыш тоҙлай. Артып ҡалғанын ул баҙарға сығарып һата. Оҫта хужабикәнең хәҙер даими клиенттары ла бар. Ҡыяр менән помидорҙы ҡышҡылыҡҡа тоҙлап ҡуйыр өсөн өлгөргән уңышты ғына йыйып алырға кәрәк. Баҡса ҙур булғас...

1 августа 2018
Смотреть видео Бөгөндән эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы арта | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы арта

  Ул 2017-се йыл дауамында пенсия йәшендәгеләр өсөн страховка иғәнәләре түләнгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙә ҡағыла. Бөгөндән шулай уҡ тимер юл пассажирҙарын да үҙгәрештәр көтә. Бынан ары поездар теҙмәһе урындағы ваҡыт буйынса иҫәпләнәсәк. Йәғни, билеттарҙа урындағы ваҡыт күрһәтелә. Беренсе...

1 августа 2018
Яндекс.Метрика