Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикаға тағы ла эҫе көндәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға тағы ла эҫе көндәр килде

Бөгөн һауа температураһы 27-29 градусҡа тиклем күтәреләсәк.Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел дә талғын ғына иҫәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы был көндәрҙә янғын сығыу ихтималлығы юғары булыу тураһында иҫкәртә. Айырыуса, Хәйбулла районында. Тәбиғәткә ял итергә сығыусыларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен...

13 августа 2018
Смотреть видео Сәләмәт булһын кескәйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәт булһын кескәйҙәр

Республика кардиология үҙәгендә “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә Өфө табиптары менән берлектә Мәскәү һәм Томск ҡалаһы кардиохирургтары биш йәшлек балаға ҡатмарлы операция эшләне. Тыумыштан йөрәк кәмселеге менән ауырыған сабыйға яңы махсус протез-кондуит ҡуйылды. ...

10 августа 2018
Смотреть видео Хәйбулла районында урман янғындары сығыу хәүефе юғары булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районында урман янғындары сығыу хәүефе юғары булып ҡала

Башҡортостан биләмәһендә үткән тәүлектә 1 ярым гектар майҙанда өс урында урман янғын сыҡҡан. Йыл башынан республикала ошондай 118 янғын теркәлгән. Бөгөн республикала янғындарға бәйле хәл тотороҡло. Тик Хәйбулла районында ғына урман янғындары сығыу хәүефе юғары булып ҡала.

10 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү Американың яңы санкциялары Хельсинкилағы саммиттан һуң ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә ҡамасаулай тип белдерҙе. Сит ил эштәре министрлығы антисанкциялар әҙерләнеүе тураһында хәбәр итте. Ведомствоның рәсми вәкиле Мария Захарова Вашингтондың был аҙымын ике йөҙлөлөк тип баһаланы. Америка...

10 августа 2018
Смотреть видео Республикала “Цифраны тоҡандыр” акцияһы старт алды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Цифраны тоҡандыр” акцияһы старт алды

“Рәсәй-Башҡортостан” каналының “цифралы десант”ы тәүгеләрҙән булып Дыуан районы үҙәге Мәсәғүткә төштө. Улар РТРС хеҙмәткәрҙәре менән бергә урындағы халыҡҡа заманса сифатлы телевидение - мультиплекстың үҙенсәлектәрен аңлатып, “цифраны тоҡандырырға” ярҙам итте. Тамашасылар бүләкһеҙ ҙә ҡалманы,...

10 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостанда һалым түләүҙәре арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һалым түләүҙәре арта

Республика ҡаҙнаһын тулыландырыуҙағы төп сығанаҡтар әле килемгә һалынған йыйымдар һәм мөлкәт өсөн түләүҙәргә тура килә. Быйыл, мәҫәлән, төбәк бюджетына бер юлы 16  миллиард 500 миллион һумлыҡ һалым индерелгән. Был “Башнефть” компанияһының  һалымы. Ошо хаҡта бөгөн Хөкүмәт Премьер–министры...

10 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә

Бөгөн Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтә. Быйыл ул заманса имен белем биреү мөхите булдырыуға арнала. Хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға.

10 августа 2018
Смотреть видео Асыҡ кәштәләрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға тәҡдим ителә | ГТРК «Башкортостан»

Асыҡ кәштәләрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға тәҡдим ителә

Дәүләт Думаһы Рәсәйҙә аҙыҡ-түлек магазиндарында асыҡ кәштәләрҙә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйырға тәҡдим итә. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ошондай тәҡдим менән сыҡты. Хәмерҙе, тәмәке кеүек үк, һатып алыусылар күҙенән йәшерергә кәрәк, тип белдерә комитет рәйесе. Кибеттәрҙә...

9 августа 2018
Смотреть видео Өфөлә тарзанка менән ырғып 8 йәшлек малай умыртҡа һөйәген һындырған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тарзанка менән ырғып 8 йәшлек малай умыртҡа һөйәген һындырған

Өфөлә йыл һайын парктарҙағы аттракциондарҙа балалар йәрәхәтләнә һәм дауаханаға эләгә. Июль аҙаҡтарында баш ҡаланың уртаһында урынлашҡан ял итеү урындарының береһендә тарзанка менән һикереп 8 йәшлек малай умыртҡа һөйәген һындырған. Хәҙер балаға кәмендә бер йыл дауаланырға кәрәк. Был видеоны Тимурҙың...

9 августа 2018
Смотреть видео Цифраны тоҡандыр | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр

Бөгөн Дыуан районы Мәсәғүт ауылында “Цифраны тоҡандыр” акцияһы үтә. Уны беҙҙең телерадиокомпания РТРС компанияһы менән берлектә үткәрә.

9 августа 2018
Яндекс.Метрика