Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ҡыҙыл сөгөлдөр бәләһе | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыҙыл сөгөлдөр бәләһе

Ҡыҙыл сөгөлдәрҙөң иммунитетты күтәреү өсөн ни тиклем әһәмиәтле икәнен һәр кем белә.Бына шуны белептер, күрәһең, был сабыйҙар әсәһенең винегрет өсөн әҙерләнгән барлыҡ ҡыҙыл сөгөлдөрөн ашап, буялып бөткән.  Сабыйҙарҙың береһе икенсеһен күреп аҡырып илай башлай. Икенсеһенең күҙҙәре шарға әйләнә.

10 апреля 2018
Смотреть видео Өфөлә йәшәүсе Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәшәүсе Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған

Хәҙер иһә күреү һәләте насар булған уҡыусыларға химия дәресе менән шөғөлләнеү күпкә еңеллерәк. Таблицаның ҡырында урынлашҡан төймәгә баҫып уҡыусылар динамика аша һәр бер элементтың атамаһын һәм бөтә мәғлүмәттәрен ишетә ала. Өфөнөң 153-сө лицейының туғыҙынсы класында белем алыусы Михаил Щербаковҡа...

10 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

“Джейш әль-Ислам” төркөмсәһенән 3 мең террорсы Думанан сыҡты. Был хаҡта Рәсәйҙең  Сүриәлә һуғышыусы яҡтарҙы яраштырыу үҙәге вәкилдәре белдерҙе. Террорсыларҙың Көнсығыш Гутанан сығыуы тураһында үткән аҙанала һөйләшеп килешелгәйне. Рәсәйҙең генераль прокуратураһы Бөйөк Британияны Рәсәй...

10 апреля 2018
Мәскәү янындағы Кубинка аэродромында Еңеү парадының һаулағы өлөшөнөң репитицияһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәү янындағы Кубинка аэродромында Еңеү парадының һаулағы өлөшөнөң репитицияһы үтте

Унда Су-30СМ, МиГ-29, Су-25 самолеттары һәм Ми-28, Ми-24, Ка-52 вертолеттары экипаждары ҡатнашты. “Стрижи” һәм “Русские витязи” авиация төркөмө 9-сы май Еңеү парады көнөндә күп һанлы тамашасыларға күрһәтеләсәк пилотаж элементтарын күрһәтте.Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм...

10 апреля 2018
“Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға әҙерлек башлай | ГТРК «Башкортостан»

“Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға әҙерлек башлай

“Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышына һайлауға әҙерлекте башлай. Сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһе бөгөн һайлау алды программаһын әҙерләү мәсьәләләренә арналған ултырыш ойошторҙо. “Берҙәм Рәсәйҙең” төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, фирҡәнең һайлау...

10 апреля 2018
Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 4 процентҡа артыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 4 процентҡа артыуы ихтимал

Был хаҡта төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдерҙе. Башҡортостанда торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең төбәк стандарттары раҫланған. Бында ғаиләнең уртаҡ килеме иҫәпкә алына. Әгәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү артып китә икән, йәшәү урыны буйынса...

10 апреля 2018
Смотреть видео 30 йылдан һуң фатирлы | ГТРК «Башкортостан»

30 йылдан һуң фатирлы

Өфөлә йәшәүсе икенсе төркөм инвалиды, үкһеҙ етем ҡалған Зөлфиә Аҙнағолова, ниһәйәт, үҙ торлағында йорт туйлай. Ни өсөн бер ярҙамһыҙ ҡалған кешегә дөрөҫлөктө даулап 30 йылға яҡын көрәшергә тура килә? Зөлфиә Аҙнағолова ғүмер буйы тиерлек, ҡот осҡос шарттарҙа донъя көтөргә, бала тәрбиәләргә мәжбүр...

10 апреля 2018
Смотреть видео Дәүләкән экстремалдары | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләкән экстремалдары

Республиканың  ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына 27  райондан йорт ихаталарын, өйҙәрҙе һәм юлдарҙы ҡар һыуҙары баҫыуға бәйле граждандарҙан 234 мөрәжәғәт килгән.Был видео Дәүләкәндә төшөрөлгән. Ярҙарынан сыҡҡан йылға ағымы көслө булһа ла, водителдәр тимер юл күпере аҫтынан...

10 апреля 2018
Смотреть видео Башҡортостан урмандарында йығылған ағастарҙы бушлай алырға  рөхсәт итәсәктәр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмандарында йығылған ағастарҙы бушлай алырға рөхсәт итәсәктәр

Дәүләт думаһында ошо туралағы закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, ҡороған йә ел ауҙарған ағастарҙы алыр өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй. Закон 2019 йылдан ғәмәлгә инә. Урман өҫтөндә йәшәп утынды ҡаланан ташыйбыҙ тип зарлана Зөлфирә ханым. Поддон өлөштәренән йүнләп йылы...

9 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошманың элекке етәксеһе Жосе Бустани Солсбери ҡалаһында Сергей Скрипальды ағыулау тураһында бик ашығыс белдереү яһалды, тине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ағыу төрөн бер тәүлек эсендә билдәләү мөмкин түгел. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы һәм Рәсәй оборона министрлығы...

9 апреля 2018
Яндекс.Метрика