К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика