Сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусылар

Урамда емеш-еләк менән һатыу итеүселәргә ҡарата етди саралар күреләсәк. Сөнки күп осраҡта уларҙың тейешле документтары булмай сыға. Быға сираттағы рейд ваҡытында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре лә инанды. Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған Динә инәйгә Ленин районының административ комиссияһы вәкилдәре һатыуҙы туҡтатырға ҡуша. Әммә ул да бирешергә теләмәй. Аяҡтары һыҙлауға зарлана.Пенсия аҡсаһын ҡайҙа бүлергә белмәй аптырағандар өсөн баҡсала көс түгеп үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ярайһы ғына табыш килтерә. Тик һатыу өсөн махсус урындар етешмәүе уларҙы ҡанун боҙоуға этәрә.Һатыу өсөн махсус урын юҡ тип зарланыусыларға, Ленин районы вәкилдәре киреһен иҫбатларға тырыша.Буш урындар булған осраҡта ла, уңайлыҡтар юҡ, тип зарлана хаҡлы ялдағылар. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары урамдағы законһыҙ сауҙа менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай. Рөхсәт ителмәгән урында йылы яҡ емеш-еләктәрен һатыусылар ҙа байтаҡ.Ир кеше емеш-еләктәрҙең ҡайҙан килтерелгәнен дә, уларҙы һатыуға рөхсәт ҡағыҙҙары бармы- юҡмы икәнен дә белмәй. Бындайҙар менән йыш ҡына аңлатыу эштәре алып барырға тура килә, ти инспекторҙар.Административ комиссия вәкилдәре әйтеүенсә, физик шәхестәргә штраф күләме — 500 һумдан алып 1 мең 500 һумға, вазифа биләүселәргә-  20 мең һумдан 40 мең һумға, ә юридик шәхестәргә иһә 50 меңдән алып 100 мең һумға тиклем барып етә.Ғафури һәм Зенцово урамдары киҫелешендәге ошо нөктә Ленин районындағы берҙән-бер законлы рәүештә еләк-емеш һатыу урыны…… Ул конкурсты үтеп, бөтә талаптарға ла яуап бирә, ти белгестәр.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға

Өфөлә парк һәм скверҙар асылды, ҡайһы бер магазиндар эш башланы. Ә урамда йөрөүселәргә талаптар ҡатыланды. Айҙан ашыу бикле торған парктар, ниһәйәт, асыла башланы. Тимәк, сәскәле аллеяларҙа йөрөргә һәм велосипедтарҙа елдерергә мөмкин. Иртән паркта хаҡлы ялдағылар һәм йәш әсәйҙәрҙе йыш осратырға...

15 мая 2020
Смотреть видео Башҡоростандың сәнәғәт предприятиеларында короновирус таралыуға юл ҡуйылмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡоростандың сәнәғәт предприятиеларында короновирус таралыуға юл ҡуйылмай

Был турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Бөгөнгә 130  кешенән торған мобиль төркөм 600-ҙән ашыу ойошмалағы тәртип барышын тикшерә. Төп маҡсаттарҙың береһе – төҙөлөш майҙандарында хәүефһеҙлек сараларын тулыһынса үтәү.

15 мая 2020
Смотреть видео 30-ға яҡын белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

30-ға яҡын белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ

,,Демография,, милли проекты сиктәрендә республикала йыл аҙағында 30-ға яҡын белем усағы үҙ ишектәрен асасаҡ. Бының өсөн федераль ҡаҙнанан 2 миллиард һум самаһы аҡса бүленә. ,,Демография" милли проекты сиктәрендә Өфө районының Михайловка ауылында быйыл 800 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм мәктәп ...

14 мая 2020
Смотреть видео Штраф санкцияларына мораторий киләһе йылдың ғинуар айына тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Штраф санкцияларына мораторий киләһе йылдың ғинуар айына тиклем дауам итәсәк

Республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙәрҙе кисектереп торған өсөн пеня һалынмай. Штраф санкцияларына мораторий киләһе йылдың ғинуар айына тиклем дауам итәсәк. Был урындағы халыҡҡа финанс йөкләмәләрҙе еңеләйтеү йәһәтенән эшләнә. Һуңғы ике аҙна дауамында Гагарин урамындағы был...

14 мая 2020
Смотреть видео Медицина битлектәрен кейеп йөрөмәгән өсөн – штраф | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәрен кейеп йөрөмәгән өсөн – штраф

Медицина битлектәрен кейеп йөрөмәгән өсөн – штраф. Республика башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, төбәктә йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа, банктарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында медицина битлектәрен һәм бирсәткәләр кейеү мотлаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаҡлыҡ сараларын үтәмәүселәр өсөн...

14 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә парк һәм скверҙар асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә парк һәм скверҙар асылды

Башҡортостан халҡы яйлап үҙизоляциянан сыға башланы. Өфөлә парк һәм скверҙар асылды, ҡайһы бер магазиндар эш башланы. 12 майҙан эшкә сыҡҡан ата-әсәләрҙең балалары өсөн балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр асылды. Бының өсөн ғариза менән мәғариф бүлегенә йә иһә баҡсаның етәксеһенә мөрәжәғәт итеү ҙә...

14 мая 2020
Смотреть видео Уйна гармун | ГТРК «Башкортостан»

Уйна гармун

Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары эфирҙарында уҙған “Уйна гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү дауам итә. Теләгән һәр кем  ГТРК.тв сайтына инеп, конкурсҡа ебәрелгән музыкаль номерҙарҙы ҡарап, баһалай ала. Әйткәндәй, республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ...

13 мая 2020
Смотреть видео Яңы инфекцион госпитальде төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә, ялдарһыҙ һәм байрамдарһыҙ эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Яңы инфекцион госпитальде төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә, ялдарһыҙ һәм байрамдарһыҙ эшләй

Унда тышҡы селтәрҙәрҙе һалыу тамамланған, таҙартыу ҡоролмаларын, фасадтарҙы, стеналарҙы монтажлау бара. Ә 9 майҙа Еңең көннөдә төҙөлөш майҙанында һуғыш йылдарындағы йырҙар һәм марштар яңғыраған. Эшселәр әйтеүенсә, был уларҙы тағы ла дәртләндереп ебәргән.

13 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” акцияһы республика халҡын берләштерә | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә” акцияһы республика халҡын берләштерә

Эшҡыуар һәм ирекмәндәр пандемия ваҡытында мохтаж булыусыларға аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә, медицина кәрәк-яраҡтары һатып ала. 

13 мая 2020
Смотреть видео Битлек режимы төҙөлөш объекттарына ла ҡағыла | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы төҙөлөш объекттарына ла ҡағыла

Һәр бер эшсе респиратор һәм бирсәткә кейеп йөрөргә тейеш булһа ла, күптәр был ҡағиҙәне үтәмәй. Шуның өсөн дә күҙәтеү органдары профилактик рейдҡа сыҡты.  Ике ир-егет төҙөлөш люлькаһында битлекһеҙ һәм каскаһыҙ йорттоң тышын матурлай.  Уларҙың араһында дистанция ла метр ярым түгел. Санитар...

13 мая 2020
Яндекс.Метрика