К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

14 сентября 2017 г.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Башҡортостанда дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү саралары тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.  Документта туған телдәрҙе һаҡлауға ҡағылышлы проекттар өсөн республика башлығы гранттарын ойоштороу, милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү тураһында дәүләт программаһын раҫлау, телдәр өйрәнеүгә ярҙам маҡсатында махсус фонд булдырыу мөмкинлектәре ҡаралған. Указдың тулы йөкмәткеһе менән республика башлығы сайтында танышырға мөмкин.

Республика башлығы шулай уҡ бөгөн милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ төбәктә туған телдәр өйрәнеү тураһында барҙы. Республикала йәшәгән күп милләтле халыҡтың туған телендә һөйләшеү хоҡуғы илдең төп законында сағылыш тапҡан. Һәр милләттең тарихи үҫешендәге иң мөһим ҡиммәте – телде һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мөмкинлеге дәүләт кимәлендә хәл ителер күмәк һәм һәр кеше өсөн шәхси мәсьәлә. Рөстәм Зәки улы Башҡортостандың иң күп һанлы милләт вәкилдәрен берләштергән ойошма етәкселәренең фекере менән ҡыҙыҡһынды.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика