К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тегенселәргә ҡытлыҡ кисерә

Тегеү цехтарын асырға теләүсе һәм әлеге ваҡытта эшләп йөрөүсе эшҡыуарҙар шулай тип белдерә. Еңел сәнәғәттә белгестәрҙең ни өсөн етмәүен беҙҙең хәбәрселәр белеште.Өфөлә урынлашҡан тегеү цехтарының береһе. Тәү ҡарашҡа бер ауырлыҡ кисермәй коллектив. Бесеү ҙә, тегеү ҙә, сигеү эштәре лә көйлө бара. Импортты алмаштырыу йәһәтенән ошо цех кеүек  күп кенә тегеү предприятиелары асылды. Шулай ҙа беҙҙең төбәктә генә түгел, бөтә Рәсәйҙә еңел сәнәғәт яйға һалынманы. Төп ҡыйынлыҡ – туҡыу фабрикаларының булмауы. Туҡымаларҙы сит илдән алдырыу мәшәҡәте арҡаһында бихисап тегеү предприятиелары эшләп китә алмай.  Ә белгестәрҙең етмәүе сифатлы кейемдәр тегеүгә кәртә ҡуя.Цехтарҙа башлыса уртаса һәм өлкән йәштәге тегенселәр эшләй. Эштең нигеҙендә тегеләсәк кейемдәрҙең лекалаларын дөрөҫ төҙөү ята. Шуға күрә лә конструкторҙар был өлкәлә ҙур һорау менән ҡуллана. Был юҫыҡта тәжрибәле белгестәр бөтөнләй аҙ булып сыҡты. Конструкторҙарҙы Башҡортостанда тик бер уҡыу йорто ғына әҙерләй. Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжынан йыл һайын унлаған модельер-конструктор диплом алып сыға.  Тик йәштәр сәнәғәткә барырға ашыҡмай. Йәштәрҙең еңел сәнәғәткә эшкә бармауының сәбәптәре бихисап: тегеү предприятиеларының аҙлығы, тәжрибә юҡлығы. Тәжрибәһеҙ белгестәрҙең эш хаҡы түбән булыуы шулай ҙа төп сәбәп.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика