Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Республика башлығы Мәскәүҙә  Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт менән осрашты. Унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәҡимов Башҡортостандан. Ул әле хаҡимлыҡ итеүсе Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияныһына нигеҙ һалыусы королдең  атаһының яҡын дуҫы булған. Башҡортостанда Кәрим Хәҡимов-билдәле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана-ҙур форумдар, конференциялар, «Хәкимов уҡыуҙары» үткәрелә, тине Рөстәм Хәмитов. Ул Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешеүсе төбәк булыуын билдәләп төбәктә йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ислам динен тота, тине. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты уңышлы эшләп килә, мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, хаж ҡылыусылар арта. Хәләл ризыҡ етештереүҙең артыуы нигеҙҙә шуға бәйле. Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына ла һатыуҙы ойоштора ала. Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт үҙ сиратында хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙең мөһим ил булыуын билдәләп мосолман республикалары етәкселәре менән осрашыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында белдерҙе. Мин конфессия-ара дуҫлыҡ һәм килешеүсәнлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуыма бик шатмын, тине Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд. Сәғүд Ғәрәбстаны короле исламдың тыныслыҡ дине булыуына туҡталып, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Ислам әләме аҫтында террор идеологияһын алға һөрөүселәргә ҡаршы көрәш-бар мосолмандарҙың бурысы, тине король. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуын юғары баһаланы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй, уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сығарылыш кисәләре | ГТРК «Башкортостан»

Сығарылыш кисәләре

Был аҙнала мәктәптәрҙә 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн сығарылыш кисәләре үтәсәк. Улар, ғәҙәттәгесә, уҡыу йорттарында, шулай уҡ мәктәптән ситтә лә уҙа. Сығарылыш кисәләрен уҙғарған саҡта бөтә ерҙә лә хәүефһеҙлек саралары көсәйтелә. Башҡортостан Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса,...

20 июня 2018
Смотреть видео Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһы башлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайлау кампанияһы башлана

9-сы сентябрь-Берҙәм һайлау көнөндә республика халҡы төбәк Парламентының 6-сы саҡырылышын һайлаясаҡ. Уның үҙенсәлектәре тураһында бөгөн Өфөлә үткән матбуғат осрашыуында һүҙ барҙы.

20 июня 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй йыйылма командаһы Мысырҙың милли командаһын 3 кә 1 иҫәбенә еңде. Ошо уңайҙан илдең төрлө ҡалаларында көйәрмәндәр байрам ойошторҙо. Улар баш тренер Станислав Черчесовҡа һәм еңеүгә бар көсөн һалған футболсыларға рәхмәт белдерҙе. Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Борис Джонсон Ҙе Сан...

20 июня 2018
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, берәҙәк эттәр | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, берәҙәк эттәр

Республиканың башҡалаһында йәмәғәт именлеге идаралығы инспекторҙары йорт ихаталары, төҙөлөш майҙансыҡтарында махсус рейдтар үткәрә башланы.Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, берәҙәк эттәр һаны көн һайын тиерлек арта. Улар өйөрҙәргә тупланып кешеләргә һөжүм итә башлағас, мәсьәлә тағы ла киҫкенләшә...

20 июня 2018
Смотреть видео Сабыйҙар ҡайҙа йәшәр? | ГТРК «Башкортостан»

Сабыйҙар ҡайҙа йәшәр?

Өфөлә өс балалы ғаиләне суд приставтары өйҙәренән ҡыуып сығарған. Ҡыйыҡһыҙ ҡалған ғаиләнең хәҙер барыр урындары юҡ. Йортто ни өсөн һүтеп ташларға ҡушҡандар? Аптырашта ҡалған ғаилә хәҙер нимә эшләр? Күҙҙәр тулы йәш, яндарында өс сабый бала, ә алда - билдәһеҙлек... Тап ошондай тойғоларҙы кисерә был...

20 июня 2018
Смотреть видео Килем сығанағы ла, хеҙмәткә өйрәнеү ысула ла | ГТРК «Башкортостан»

Килем сығанағы ла, хеҙмәткә өйрәнеү ысула ла

Баҙар иҡтисадының ошо ике иң мөһим шартына йәш быуын еңел яраҡлаша. Йәйге ялды улар күңелле генә түгел файҙалы ла үткәрә. Йәйҙең беренсе көнөнән мәктәптәр каникул тәртибенә күсте. Башланғыс синыф уҡыусылары көндөҙгө лагерҙа. Шөғөлдәре етди – алған белемде нығытыу, физик күнегеүҙәр, кино, театр,...

19 июня 2018
Смотреть видео Яңы дарыу | ГТРК «Башкортостан»

Яңы дарыу

Башҡорт Дәүләт медицина университеты белгестәре яңы дарыу өҫтөндә эшләй. Антибиотик үпкә, енси органдарҙағы һәм бөйөрҙәге инфекцияны тулыһынса юҡ итә ала. Кеше организмы ауырыуға тиҙ бирешеүсән. Дауаханала һатылған антибиотиктарҙың ярҙамынан тыш, зарары ҙурыраҡ булыуы күптәргә билдәле. Башҡорт...

19 июня 2018
Смотреть видео Крандан аҡҡан тимер | ГТРК «Башкортостан»

Крандан аҡҡан тимер

Өфөнөң Дим районында йәшәүселәр йылдар буйына һуҙылған һыу мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итә. Һыу һәр ихатала ла бар. Әммә ул эсерлек тә, йыуынырлыҡ та түгел.  Миләүшә Ғәлимйәнова эсәр һыуҙы һатып алырға мәжбүр. Крандан аҡҡан һыу эсерлек кенә түгел, ә йыуынырға ла ярамай. Аҡ кейемдәр һорғолт...

19 июня 2018
Смотреть видео Яман шеште дауалауҙа дәүләт ярҙамы | ГТРК «Башкортостан»

Яман шеште дауалауҙа дәүләт ярҙамы

Яман шеште дауалауҙа дәүләт ярҙамы артасаҡ. Әле сирлеләрҙе заманса препараттар менән бушлай тәьмин итеү буйынса махсус программа әҙерләнә. Был хаҡта Өфөлә үткән эсәк-ашҡаҙан яман шешен иҫкәртеү һәм дауалау мәсьәләләренә арналған семинарҙа әйтелде. Башҡортостанда ғына йылына яман шештең был төрө 7...

19 июня 2018
Смотреть видео Бушлай ер участкалары | ГТРК «Башкортостан»

Бушлай ер участкалары

Бушлай ер участкалары менән Башҡортостанда тәү сиратта мохтаждар тәьмин ителергә тейеш. Бөгөн республика йортонда үткән кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе. Башҡортостан башлығы муниципалитеттарға мәсьәләне 2019 йылға тиклем хәл итеү бурысын ҡуйҙы.

19 июня 2018
Яндекс.Метрика