Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Республика башлығы Мәскәүҙә  Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт менән осрашты. Унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәҡимов Башҡортостандан. Ул әле хаҡимлыҡ итеүсе Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияныһына нигеҙ һалыусы королдең  атаһының яҡын дуҫы булған. Башҡортостанда Кәрим Хәҡимов-билдәле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана-ҙур форумдар, конференциялар, «Хәкимов уҡыуҙары» үткәрелә, тине Рөстәм Хәмитов. Ул Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешеүсе төбәк булыуын билдәләп төбәктә йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ислам динен тота, тине. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты уңышлы эшләп килә, мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, хаж ҡылыусылар арта. Хәләл ризыҡ етештереүҙең артыуы нигеҙҙә шуға бәйле. Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына ла һатыуҙы ойоштора ала. Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт үҙ сиратында хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙең мөһим ил булыуын билдәләп мосолман республикалары етәкселәре менән осрашыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында белдерҙе. Мин конфессия-ара дуҫлыҡ һәм килешеүсәнлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуыма бик шатмын, тине Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд. Сәғүд Ғәрәбстаны короле исламдың тыныслыҡ дине булыуына туҡталып, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Ислам әләме аҫтында террор идеологияһын алға һөрөүселәргә ҡаршы көрәш-бар мосолмандарҙың бурысы, тине король. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуын юғары баһаланы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй, уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Берҙәм кейем | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм кейем

Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Тегеү цехтарынан мәктәп формалары заказ биреүсе ата-әсәләргә оҙатылды. Яңы форманы һатып алырғамы юҡмы икәнен ата-әсәләр үҙҙәре хәл иткәйне. Мәктәп формаһының хаҡы күпме? Иң мөһиме, уҡыусыларҙың яңы кейемгә...

27 августа 2020
Смотреть видео Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены тапшырылды

Радий Хәбиров Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены менән бүләкләне. Ошо көндәрҙә Башҡортостан митрополияһына нигеҙ һалыныуға 30 йыл. 1990 йылдың 26 августында дини ойошмаға нигеҙ һалына, ошо көндән алып Никон уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Барлыҡ конфессияларҙы берләштереү һәм дуҫлаштырыуҙы...

27 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация паркын яңы “Ансат” вертолеты тулыландырҙы. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация паркын яңы “Ансат” вертолеты тулыландырҙы.

Транспортировкалау ярамаған һәм кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙы йөрөтөү өсөн әҙерләнгән вертолет махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан санитар авиацияһында яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған “Ансат” вертолеты тәүге рейсын башҡара. Яңауылдың үҙәк район дауаханаһынан ...

27 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда еңел авиацияны үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда еңел авиацияны үҫтереү мөмкинлектәре ҡарала.

Был турала Республика башлығы Кумертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Күмертауҙа вертолет заводынан тыш еңел авциация менән шөғөлләнгән тағы бер компания бар. Әммә әлеге ваҡытта ул көрсөк хәлендә, РоторФлай ойошмаһы инвесторы – ҡытай эшҡыуары һәләк булыу сәбәпле...

27 августа 2020
Смотреть видео Шихандар сауҙалашыу, шантаж сығанағы булырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Шихандар сауҙалашыу, шантаж сығанағы булырға тейеш түгел

“Башҡортостан сода компанияһы” н сеймал менән тәьмин итеү йәһәтенән бик күп ятҡылыҡтар тәҡдим ителгән, әммә уларҙың береһе лә предприятие етәкселегенә оҡшамаған. Был хаҡта “хәйерле иртә, республика” тапшырыуында республика етәксеһе кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов белдерҙе. Ул күп йылдар дауамында геология...

27 августа 2020
Смотреть видео Зыян күләме тиҫтәләгән миллиард | ГТРК «Башкортостан»

Зыян күләме тиҫтәләгән миллиард

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Владимир Путиндың Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушыуын ғәҙел ҡарар тип баһаланы. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Рәсәй президенты был ҡарары менән ғәҙеллеккә ынтылыусы Башҡортостан халҡының ынтылыштарын яҡланы.Дәүләттең компания активтарына...

27 августа 2020
Смотреть видео Рәсәй Президенты “Башҡортостан сода компанияһы” эшмәкәрлеген ентекләп тикшерергә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй Президенты “Башҡортостан сода компанияһы” эшмәкәрлеген ентекләп тикшерергә ҡушты

Владимир Путин был турала Хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Ил етәксеһе билдәләүенсә, ни өсөн дәүләттең компания активтарына контролде юғалтыуы бик күп һорауҙар тыуҙыра. Башҡортостан сода компанияһы эшкәртергә теләгән Ҡуштауҙы яҡлап меңләгән кеше сыҡты. Тропик диңгеҙҙә һуңғы...

27 августа 2020
Смотреть видео Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыла.  | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыла.

Был скульптура ике туғандаш республика халҡының дуҫлығын, бер-береһенә булған ихтирамын сағылдырған мөһим сара. Шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостанда бихисап эштәр башҡарыла. Өфөлә Мостай Кәримгә тәүге һәйкәл 2013 йылда уҡ Профсоюздар йорто алдында ҡуйылғайны. Ул йәшәгән йортҡа...

26 августа 2020
Смотреть видео Алланып бешә виноград | ГТРК «Башкортостан»

Алланып бешә виноград

Татлы емештәрҙең береһе – виноградты беҙҙең климат шарттарында үҫтереүе еңелдән түгел. Шишмә районында үҙ баҡсаһында ҡышҡылыҡҡа  бирешмәүсән сорттарҙы үрсетеүсе 84 йәшлек Раил Сәләхов беҙҙең хәбәрсебеҙ Алһыу Суфиянованы үҙенең емештәре менән таныштырҙы. Баҡсала иһә 100-ҙән ашыу сорт, шуларҙың...

26 августа 2020
Смотреть видео Бурҙан ҡала уттан ҡалмай.   | ГТРК «Башкортостан»

Бурҙан ҡала уттан ҡалмай.

Архангель районы Валентиновка ауылында күп балалы ғаиләнең өйө янып киткән. Янғын мәлендә йортта бер кем дә булмаған, әммә 6 балалы ғаилә бер нисә сәғәт эсендә барлыҡ мөлкәтен юғалтҡан. Ошо күренеште ата-әсә балаларға күрһәтергә мәжбүр була. Тыныс ҡына йәшәп ятҡан өй урынында ҡарайып янған...

26 августа 2020
Яндекс.Метрика