Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Республика башлығы Мәскәүҙә  Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт менән осрашты. Унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәҡимов Башҡортостандан. Ул әле хаҡимлыҡ итеүсе Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияныһына нигеҙ һалыусы королдең  атаһының яҡын дуҫы булған. Башҡортостанда Кәрим Хәҡимов-билдәле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана-ҙур форумдар, конференциялар, «Хәкимов уҡыуҙары» үткәрелә, тине Рөстәм Хәмитов. Ул Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешеүсе төбәк булыуын билдәләп төбәктә йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ислам динен тота, тине. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты уңышлы эшләп килә, мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, хаж ҡылыусылар арта. Хәләл ризыҡ етештереүҙең артыуы нигеҙҙә шуға бәйле. Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына ла һатыуҙы ойоштора ала. Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт үҙ сиратында хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙең мөһим ил булыуын билдәләп мосолман республикалары етәкселәре менән осрашыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында белдерҙе. Мин конфессия-ара дуҫлыҡ һәм килешеүсәнлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуыма бик шатмын, тине Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд. Сәғүд Ғәрәбстаны короле исламдың тыныслыҡ дине булыуына туҡталып, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Ислам әләме аҫтында террор идеологияһын алға һөрөүселәргә ҡаршы көрәш-бар мосолмандарҙың бурысы, тине король. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуын юғары баһаланы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй, уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео 225 мең бала бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. | ГТРК «Башкортостан»

225 мең бала бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә.

Башҡортостанда башланғыс кластарҙа уҡыусы 225 мең бала 1 сентябрҙан бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Был маҡсатҡа ил бюджетынан 778 миллион, республика бюджетынан 106 миллион һум аҡса бүленә. Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда күп...

26 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда балаларға гриптан прививкалар яһау башланды.  | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда балаларға гриптан прививкалар яһау башланды.

Был маҡсатҡа 160 мең вакцина һатып алынған. Мәғариф учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштәр өлкәндәргә, студенттар, хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәр, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә бюджет иҫәбенә прививкалар яһаласаҡ. Республика буйынса Роспотребнадзор идаралығынан хәбәр...

26 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә. | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә.

Коронавирус сәбәпле беренсе сентябрҙан мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә. Уҡыу йылы башланыу менән ауырыуға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы ихтимал. Шуға ла яңы уҡыу йылы алдынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ла ҡала һәм райондарҙа мәктәптәрҙә санитар талаптарҙы тикшерәсәк. Балалар тәнәфескә...

26 августа 2020
Смотреть видео Студенттар быйылғы уҡыу йылын тәүге тапҡыр дистанцион башлаясаҡ.  | ГТРК «Башкортостан»

Студенттар быйылғы уҡыу йылын тәүге тапҡыр дистанцион башлаясаҡ.

Юғары уҡыу йорттарында парта артына бакалавариаттың беренсе курс студенттары, магистрҙар, ә урта белем биреү йорттарында сығарылыш курсы студенттары ғына ултырасаҡ. Сит ил студенттарының уҡыу йылы башланыр алдынан был беренсе осрашып күрешеүе. Уларҙың барыһын да бер һорау: уҡыу программаһының нисек...

26 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 менән ауырыусылар тағы ла 34 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 менән ауырыусылар тағы ла 34 кешегә артты

Әле ауыр сирҙе йоҡтороусы 7 мең 601 кеше иҫәпләнә.  Һуңғы тәүлектә генә 34 пациент һауығып дауахананан сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып һәләк булыусылар 28-гә етте. Рәсәй буйынса был һан 16 мең ярымдан ашты.  Бер тәүлектә генә республика табиптары 6 мең  872 кешене кешене...

26 августа 2020
Смотреть видео Утты үҙенә буйһондороусылар | ГТРК «Башкортостан»

Утты үҙенә буйһондороусылар

Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай.  Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева янғын ваҡытында күп йәрәхәттәр алып, үлемдән саҡ ҡалған ут һүндереүсе менән  күреште  һәм янғын...

25 августа 2020
Смотреть видео Янғын ни сәбәпле сыҡҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Янғын ни сәбәпле сыҡҡан?

Дәүләкән кирбес заводы цехтарының береһендә янғын сығыу сәбәптәрен тикшереү башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йөҙләгән янғын һүндереүсегә 14 сәғәт буйына ут менән көрәшергә тура килде. Экология министрлығы экспертизанан һуң ниндәй яуап биргән? Заводтың элекке хеҙмәткәрҙәре цехтың янып китеү сәбәбе...

25 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда туристар өсөн кэшбек ғәмәлгә инде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туристар өсөн кэшбек ғәмәлгә инде

Республика эске туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль программала ҡатнаша. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлназ Мусина яңы уҡыу йылы алдынан бар ғаиләһе менән Башҡортостан санаторийҙарының береһенә барып һаулығын нығытып алырға теләй. Аҡсаларҙың бер өлөшөн кире ҡайтарыу тураһындағы яңылыҡ көтөлмәгән...

25 августа 2020
Смотреть видео Ҡуштауҙың һаҡланыусы тәбиғи биләмә булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Ҡуштауҙың һаҡланыусы тәбиғи биләмә булыуы ихтимал

Рәсәйҙең тәбиғәтте һаҡлау министрлығында Республика етәксеһе Радий Хәбировтың шиханда һаҡланыусы тәбиғи биләмә булдырыу тураһындағы тәҡдиме хуплау тапты. Федераль министрлыҡ үҙ сиратында айырыуса һаҡланыусы тәбиғи биләмә булдырыуҙа мөмкин тиклем ярҙам итергә әҙер. Ҡуштауҙа киләсәктә федераль...

25 августа 2020
Смотреть видео Килемле предприятие акциялары шәхси ҡулдарға нисек эләккән? | ГТРК «Башкортостан»

Килемле предприятие акциялары шәхси ҡулдарға нисек эләккән?

Коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлашһа сентябрь урталарынан мәктәптәр кире ябылыуы ихтимал. Был турала оператив кәңәшмәлә әйтелде. Хөкүмәттәге ултырышта Радий Хәбиров Башҡорт сода компанияһына ла бәйле етди белдереү яһаны. Халыҡ теләгенән сыҡҡан Ҡуштау мәсьәләһе яңы бурыстар ҡуя. Башҡорт сода...

25 августа 2020
Яндекс.Метрика