Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Республика башлығы Мәскәүҙә  Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт менән осрашты. Унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәҡимов Башҡортостандан. Ул әле хаҡимлыҡ итеүсе Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияныһына нигеҙ һалыусы королдең  атаһының яҡын дуҫы булған. Башҡортостанда Кәрим Хәҡимов-билдәле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана-ҙур форумдар, конференциялар, «Хәкимов уҡыуҙары» үткәрелә, тине Рөстәм Хәмитов. Ул Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешеүсе төбәк булыуын билдәләп төбәктә йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ислам динен тота, тине. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты уңышлы эшләп килә, мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, хаж ҡылыусылар арта. Хәләл ризыҡ етештереүҙең артыуы нигеҙҙә шуға бәйле. Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына ла һатыуҙы ойоштора ала. Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт үҙ сиратында хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙең мөһим ил булыуын билдәләп мосолман республикалары етәкселәре менән осрашыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында белдерҙе. Мин конфессия-ара дуҫлыҡ һәм килешеүсәнлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуыма бик шатмын, тине Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд. Сәғүд Ғәрәбстаны короле исламдың тыныслыҡ дине булыуына туҡталып, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Ислам әләме аҫтында террор идеологияһын алға һөрөүселәргә ҡаршы көрәш-бар мосолмандарҙың бурысы, тине король. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуын юғары баһаланы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй, уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауырғазы районында еләк питомнигы үҙ эшен башланы | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазы районында еләк питомнигы үҙ эшен башланы

Ауырғазы районы Үтәймулла ауылы эргәһендәге еләк питомнигы үҙ эшен башланы. Өфөнән алыҫ булмаған еләк баҡсаһынан инде 25 йылдан ашыу кеше өҙөлмәй. Бында хатта сит өлкәләрҙән дә киләләр. Рәүиә Суфиянова еләк йыйыу өсөн Ғафури районы Табын ауылынан килгән. Бындағы еләк татлылығы, эрелеге менән үҙенә...

17 июня 2020
Смотреть видео Мең һумлыҡ мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы | ГТРК «Башкортостан»

Мең һумлыҡ мең аҙыҡ-түлек йыйылмаһы

Тәтешле районы хакимиәте хужалыҡтарға һәм фермерҙарға ярҙамға килгән. Пандемия сәбәпле райондың хужалыҡ субъекттары ҡыйынлыҡтарға юлыҡһа ла, эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Был тәү сиратта, яҙғы баҫыу эштәрен алып барыусы ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тураһында һүҙ. Улар...

17 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына - 266 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына - 266 йыл

Салауат Юлаев ижад иткән шиғырҙар интернет киңлектәрен бер нисә көн эсендә яулап алды. Милли батырыбыҙға быйыл 266 йыл тулыу айҡанлы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһының сәсәндәр үҙәге флешмоб иғлан иткәйне. Был конкурста сәсәндәр, халыҡтың ауыҙ-тел...

17 июня 2020
Мәктәптә хәҙер студенттар дәрес бирә ала | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә хәҙер студенттар дәрес бирә ала

Дәүләт Думаһы “Мәғариф тураһындағы Законға” үҙгәрештәр индерҙе. Уларға ярашлы хәҙер юғары белем биреү йорттары студенттары мәктәптә рәсми эшләү хоҡуғына эйә.  Педагогик хеҙмәт менән уҡыу йортоноң өс йә унан да күбеерәк курсын тамамлаған һәм тейешле аттестация үткән буласаҡ уҡытыусылар...

16 июня 2020
Президент гранттары иҫәбенән 70 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Президент гранттары иҫәбенән 70 миллион һум

Башҡортостандың коммерция булмаған 72 ойошмаһы Рәсәй Президенты гранттарына ойошторолған икенсе конкурста еңеүгә өлгәште. Башҡортостанда 2020 йылда гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү маҡсатына  улар 70 миллион 841 мең 998 һум грант аҡсаһын йәлеп итте.  Был хаҡта Республика Йәмәғәт палатаһының...

16 июня 2020
Битлек режимы үтәлеше | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы үтәлеше

Өфөлә битлек режимы үтәлешен күҙәтеү буйынса рейдтар 21 июнгә тиклем дауам итә. Был хаҡта мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә белдерелде. Гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров билдәләүенсә, патрулдәрҙең артабанғы эше башҡалалағы эпидемиологик хәл торошона...

16 июня 2020
Хәүефһеҙлек беренсе урында һәм юғары кимәлдә | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефһеҙлек беренсе урында һәм юғары кимәлдә

1 июлдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү барышында хәүефһеҙлек саралары тәү сиратта хәстәрләнә. Һәр участкала тән температураһын тикшереү һәм ҡулдарҙы дезинфекциялау урындары билдәләнгән. Һайлау участкаларында күмәк халыҡ йыйылмаһын өсөн тауыш биреү бер нисә көн барасаҡ....

16 июня 2020
Башҡалала йәшенле ямғырҙар көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡалала йәшенле ямғырҙар көтөлә

Гидрометеорология хеҙмәте 17-18 июндә ниндәй һауа торошо көтөлгәнен белдерҙе. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса шаршамбы, 17 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә.  Төнъяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан ел төндә талғын, көндөҙ көслөрәк иҫә. Һауа температураһы төндә 7-12,...

16 июня 2020
Бөйөк Еңеү парады  | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеү парады

Рәсәйҙең 13 ҡалаһында властар Еңеү парадын үткәрмәҫкә ҡарар итте. Уға коронавирус инфекцияһына бәйле хәл сәбәпсе. Ҡайһы бер төбәктәр парад ойоштороуҙы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп тора. Орёл ҡалаһында, мәҫәлән, парадты 5 августа үткәрергә әҙерләнәләр. 1943 йылдың тап ошо көнөндә Курск Дуғаһындағы...

16 июня 2020
Үҙгәрештәр асылын Конституция ирекмәндәре аңлата | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр асылын Конституция ирекмәндәре аңлата

3300 ирекмән Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү нигеҙендә Ирекмән Ассоциацияһы үҙәге ойошторған йәмәғәт корпусына инде. Башҡортостандың йәштәр һәм ирекмән ойошмалары ла ошо хәрәкәткә ҡушылды. Республиканың төрлө ҡала-орайондарында парк, сквер, сауҙа үҙәктәрендә утыҙға яҡын мәғлүмәт үҙәге эшләй....

16 июня 2020
Яндекс.Метрика