Хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалынды

Республика башлығы Мәскәүҙә  Сәғүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт менән осрашты. Унда ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, төбәк-ара бәйләнештәҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәрендәге тәүге илсеһе Кәрим Хәҡимов Башҡортостандан. Ул әле хаҡимлыҡ итеүсе Әбдел Әзиз ибн Сәғүд династияныһына нигеҙ һалыусы королдең  атаһының яҡын дуҫы булған. Башҡортостанда Кәрим Хәҡимов-билдәле дәүләт эшмәкәре тураһында яҡты иҫтәлек һаҡлана-ҙур форумдар, конференциялар, «Хәкимов уҡыуҙары» үткәрелә, тине Рөстәм Хәмитов. Ул Сәғүд Ғәрәбстаны вәкилдәрен был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешеүсе төбәк булыуын билдәләп төбәктә йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе ислам динен тота, тине. Өфөлә Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты уңышлы эшләп килә, мәсеттәр төҙөлә, дини байрамдар билдәләнә, хаж ҡылыусылар арта. Хәләл ризыҡ етештереүҙең артыуы нигеҙҙә шуға бәйле. Башҡортостан уны Сәғүд Ғәрәбстанына ла һатыуҙы ойоштора ала. Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүт үҙ сиратында хеҙмәттәшлек өсөн Рәсәйҙең мөһим ил булыуын билдәләп мосолман республикалары етәкселәре менән осрашыуға ла ҙур иғтибар бирелеүе хаҡында белдерҙе. Мин конфессия-ара дуҫлыҡ һәм килешеүсәнлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелгән Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуыма бик шатмын, тине Сәлмән Бен Әбдел Әзиз әль Сәғүд. Сәғүд Ғәрәбстаны короле исламдың тыныслыҡ дине булыуына туҡталып, дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһимлеген билдәләне. Ислам әләме аҫтында террор идеологияһын алға һөрөүселәргә ҡаршы көрәш-бар мосолмандарҙың бурысы, тине король. Ул Рәсәй президенты Владимир Путиндың мосолмандар тормошо менән ҡыҙыҡһынып тороуын юғары баһаланы һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Рәсәй, уның төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә әҙер, тине.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға Рәсәй геройы, генерал М. Шайморатовтың “Алтын йондоҙо” килтерелә

Башҡортостанда 9-сы майға арналған киң күләм саралар уҙғарылмаһа ла, Еңеү көнөндә Бөйөк Ватан һуғышы һәм унда ҡатнашҡан һалдаттарға арналған обелисктарға һәм һәйкәлдәргә сәскәләр һалынырға тейеш. Тик был тантаналарҙа ҡатнашыусылар һанын мөмкин тиклем кәметергә кәрәк. Был турала республика етәксеһе...

5 мая 2020
Смотреть видео 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека | ГТРК «Башкортостан»

6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека

Республикала 6,5% менән ташламалы ставка буйынса ипотека кредиттары бирелә башланы. Был программаны  Рәсәй президенты Владимир Путин раҫлағайны. Рәсәй Федерацияһының теләгән һәр гражданына кәметелгән процент менән беренсе торлаҡ алыу мөмкинселеге бар. Күп балалы Богдановтар ғаиләһе...

4 мая 2020
Смотреть видео Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Кесе һәм урта эшҡыуарҙарға ярҙам

Короновирусҡа бәйле, әле күп кенә ойошмаларҙы финанс мәсьәләләре борсой. Шуға ла Рәсәй хөкүмәте һәм төбәк властары эшҡыуарҙарға ярҙам итеү сараларын күрә. Был кафе пандемия булмаҫ элек халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулаған. Әле иһә, ҡағиҙә буйынса, өҫтәлдә бер йә ике генә кеше ултыра ала. Кафе...

4 мая 2020
Смотреть видео Туй күлдәге урынына - битлектәр | ГТРК «Башкортостан»

Туй күлдәге урынына - битлектәр

Өфөләге туй салондарының береһе күлдәктәр урынына битлектәр тегә башлаған. Был аҙымға улар сараһыҙлыҡтан тотонған. Туй күлдәктәренә һәм сәхнә костюмдарына заказдар булмағас, бизнес зыян күрә башлаған.  Туйҙар башлыса йәй булһа ла, күлдәктәргә заказдар алдан, яҙ айҙарында уҡ килә башлай ине, ти...

4 мая 2020
Смотреть видео Бөгөндән Башҡортостанда битлек режимы индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөндән Башҡортостанда битлек режимы индерелде

Йәмәғәт урындарында медицина битлеге кейеп йөрөү мотлаҡ. Был турала оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы Радий Хәбиров белдергәйне. Шулай уҡ, үҙҙаллы изоляция режимы 11 майға тиклем оҙайтылды. Әйткәндәй, республикала коронавирус менән ауырыусыларҙың һаны меңдән ашты.

4 мая 2020
Смотреть видео  Ҡан-тамырҙарының киңәйеүе - таралған ауырыуҙарҙың береһе: уны нисек алдан киҫәтергә һәм дауаларға | ГТРК «Башкортостан»

Ҡан-тамырҙарының киңәйеүе - таралған ауырыуҙарҙың береһе: уны нисек алдан киҫәтергә һәм дауаларға

Үҙизоляция ваҡытындағы аҙ хәрәкәтләнеү күп осраҡта аяҡтарҙағы ҡан тамырҙарының киңәйеүенә илтә Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күптәр быға иғтибар итмәй һәм ҡан юлдары менән бәйле ауырыҙарҙың ҡурҡыныс булыуын иҫәпкә алмай.  Аяҡтарҙың сәләмәт булыуына беренсе аҙымды Варикоза нет клиникаһына...

30 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостандың барлыҡ хужалыҡтарында тиерлек ужым культураларын туҡландырыу | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың барлыҡ хужалыҡтарында тиерлек ужым культураларын туҡландырыу

Сөнки төбәктең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү улар иңендә.  Өфө районында ла  аграрийҙар быны яҡшы аңлай. Хужалыҡта ике аҙна эсендә ике мең гектарҙа бойҙай һәм арпа сәсеү бурысы ҡуйылған.  Заманса техника барҙа бындай мәсьәләне еңел хәл итергә мөмкин, ти эшселәр. Виктор Пилипенко...

30 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда банк карталары менән мутлашыуҙар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда банк карталары менән мутлашыуҙар арта

Бер нисә көн дауамында итәғәтле йәш кешенән шылтыратыуҙар килеп торҙо, тип һөйләй Тамара Николаевна. Ир пенсионерға уның йыйылған аҡсаларын урларға ниәтләйҙәр һәм шуның өсөн уларҙы тиҙ арала икенсе иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип белдергән. 79 йәшлек ҡатын хәҙер ни өсөн банк картаһының номеры һәм...

30 апреля 2020
Смотреть видео Ярҙам һәм иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Ярҙам һәм иғтибар

Өфө эшҡыуарҙары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итеү өсөн берләшергә ҡарар иткән. Улар өлкән йәштәгеләрҙе аҙыҡ-түлек менән тәъмин итә. Өфө ойошмаларының береһе табиптар өсөн махсус комбинезон да тегә башлаған. Антон Буфетов өсөн әле уңышлы осор түгел. Пандемия сәбәпле килем һиҙелерлек...

30 апреля 2020
Смотреть видео Өфө байрамға әҙерләнә килеүенә 75-йыллығына 1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында еңеү | ГТРК «Башкортостан»

Өфө байрамға әҙерләнә килеүенә 75-йыллығына 1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында еңеү

1941-1945-се йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң Еңеү паркында төҙөкләндереү эштәре бара.  Йәйәүлеләр йөрөй торған һуҡмаҡтар тәртипкә килтерелде, ылыҫлы ағастар ултыртылды, өҫтәмә яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылды.  Һуңынан инде мәғлүмәт...

30 апреля 2020
Яндекс.Метрика