Бөгөн Башҡортостан радиоһы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй
1927 йылдың 7-се ноябрендә Республиканың төрлө төбәктәрендә үҙәк майҙандарҙа, клубтарҙа урынлаштырылған репродукторҙарҙан тәүге тапҡыр “Өфө һөйләй” тигән һүҙҙәр яңғырай. Тәүге станция 8 ай тест режимында эшләй. Даими тапшырыуҙар иһә 1928 йылдың 1 авгусынан эфирға сыға. Йылдар үтеү менән радио халыҡтың тоғро юлдашына әүерелә. Башҡортостан радиоһы хәҙер республикала иң алдынғы каналдарҙың береһе.

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл
Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй
Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар. Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр
Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева күҙ йәшен йәшерә алмай. Ҡатын 11 йәшлек сирле...

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты
Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтар ҡотора
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, һауа температураһы айырым райондарҙа 40 градусҡаса төшкән. Бындай һыуыҡтар 27-се февралгә тиклем һаҡланыр, тип көтөлә. Ошондай шарттарҙа юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Һауа торошон күҙаллаған төрлө агентлыҡтарға ышанғанда...

Башҡортостанда телдәр
Мәҙәниәт һәм мәғариф министрлыҡтары «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» менән берлектә туған телдәр көнө алдынан «Башҡортостанда телдәр: уларҙың торошо һәм үҫтереү юлдары” тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Онлайн һәм офлайн режимда күп милләтле республикабыҙҙа туған телдәрҙе уҡытыу, уларҙы...

Тәмле лә, файҙалы ла
Башҡортостан мәктәптәрендә “швед өҫтәле” тибындағы туҡланыу ойоштороуҙары ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Константин Толкачев сығыш яһаған. Ә бына Баҡалыла аутсорсинг нигеҙендәге туҡланыуҙан баш тартҡандар. Райондағы бөтә мәктәп һәм мәктәпкәсә белем учреждениелары...

Өфөлә Шайморатов уйындары үтте
Ярыштарҙа башҡаланың полилингваль мәктәптәре менән Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Тап ошо белем биреү учреждениеларында быйылғы уҡыу йылында шайморатов кластары асылғайны. Был мәктәптәрҙә шулай уҡ легендар комдив иҫтәлегенә арналған музей-кабинеттар ҡоролдо....

Башҡортостан прокуратураһы 2020 йыл эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә талап ителгән медицина хеҙмәте күрһәтеүгә ҡамасаулаған етди тәртип боҙоуҙар асыҡланған һәм һәр осраҡ прокуратура иғтибарына алынып тейешле саралар күрелгән. Башҡортостан прокуратураһы 2020 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Республика прокуратураһының коллегия ултырышында...

Һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Президентының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар – короновирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүсе белгестәр тәбрикләнде. Ә Лука...