Бангладешта махсус лагерҙа йәшәүсе рохинджа ҡасаҡтары Мьянма уларҙы ҡабул итергә әҙер тигән хәбәргә ышынмаусанлыҡ белдергән. Мьянма хөкүмәте үҙгәрмәй, беҙҙең арала унан ике, өс тапҡыр ҡасҡан кешеләр бар, тигән ҡасаҡтар.
Грецияла пенсионерҙар һәм табиптар ҡаршылыҡ акцияһы үткәрә. Улар пенсияларҙы һәм һаулыҡ һаҡлауға сығымдарҙы кәметмәүҙе талап итә. Манифестанттар һаулыҡ һаҡлау министрлығы янында ҡаты иҡтисадтты символлаштырған дар ағасы ҡуйған.
Сүриә оппозицияһы Женевала Дамаск вәкилдәре менән үтәсәк һөйләшеүгә үҙ делегацияһын ебәрергә ҡарар иткән. Сүриәләге көрсөктө хәл итеүҙең төп маҡсаты- илдәге хәлде сәйәси көйләүгә күсеү. Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин менән Сүриә президенты Башар Асадтың осрашыуында ла билдәләнгәйне. Владимир Путин белдереүенсә, Башар Асад тыныслыҡ теләгән һәр кем менән эшләргә әҙер.
Австрияның Холлабрун ҡалаһында Крампус байрамы үткән. Унда ҡатнашыусы 150-нән ашыу кеше ҡурҡыныс костюмдар кейеп урамға сыҡҡан. Австрия фольклорында Крампус Раштыуаның кире яғын сағылдыра һәм үтеп барған йылда үҙен насар тотоусыларға тейешле язаһын бирә, тигән ышаныс бар.