Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә?

Тулыраҡ: Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә?

Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән торасаҡ, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары ҡатнаша. Татлы бүләктән һәм йомшаҡ уйынсыҡтан тыш, һәр ҡатнашыусыға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡултамғаһы менән открытка, шулай уҡ Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы тапшырыла. Яңы йыл шыршыһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары саҡырыла.