Нидерландта ҙур фестиваль

Үткән аҙнала Нидерландта ҙур фестиваль үтте. Ул Короллекте Наполеон ғәскәренән азат итеүҙең 205 йыллығына бәйләп уҙғарылды. Ике быуат элек булған ваҡиғаларҙа, европа халҡына “төньяҡ амурҙары” булараҡ билдәле,  башҡорт яугирҙәренең өлөшө ҙур. Нидерланд халҡы рәхмәт йөҙөнән беҙҙең милләт вәкилдәрен дә ҡунаҡҡа саҡырып, Башҡортостан мәҙәниәте көндәре ойошторҙо. Тыныс урамдар, таш түшәлгән тыҡрыҡтар, һирәк автомобилдәр һәм  талғын ғына аҡҡан тормош. Ҡасандыр бында һуғыш яланы булған,  тип әйтерлек тә түгел. Башҡорт атлыларына көслө ағымлы Эйссель йылғаһын аша үтеү бурысы ҡуйыла. Генерал Александр Бенкендорф етәкселеге аҫтында улар кәмәләрҙән күпер төҙөй. Тиҙҙән Амстердам азат ителә. Тап шул көндән Нидерландтың бойондороҡһоҙ көндәре башлана ла инде. Вийе ҡалаһында тарихи ваҡиғалар тураһында һаман да иҫләйҙәр. Ә 205 йылдан һуң бында башҡорт теле  йәнә яңғырай. Тап быйыл, еңеүгә 205 йыллыҡты билдәләгән ваҡытта, голланд яғы алышта  ҡатнашҡан милләт тоҡомдарын йыйҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар араһында урындағы меценат Юрн Буйсман булды. Ул башҡорт ғәскәрҙәрен ҡаршы алған һәм улар тураһында бик күп ваҡиғалар шаһиты булған Вийе бургомистры тоҡомонан. Хеерде һәм Вийе муниципалитеттары тағы ла бер ҡыҙыҡлы проектты башлаусылар — башҡорт атлыларының данын мәңгеләштереү ниәтен улар беренсе булып башлай. Юбилей сиктәрендә Башҡортостан вәкилдәре иң яҡшы ижади коллективтарҙың сығыштарын күрһәтте. Ә Рәсәй илселеге осрашыуҙы фестиваль статусына тиклем күтәрҙе. Эде ҡалаһы мәҙәниәт үҙәге сәхнәһендә Александр Пушкин яҙып ҡалдырған 2 быуат элекке ваҡиғалар тергеҙелде. Спектаклдә Башҡортостандың рус драма театры актерҙары менән бергә “Гексагон” голланд ансамбле музыканттары эшләне.

Кемдәрҙер сәхнәлә образдарҙы кисергәнсе, башҡалар сәхнәгә сығыу сиратын көтә. Бына-бына буран тынасаҡ һәм ҡурай моңо аҫтында  башҡорт яугирҙәре барлыҡҡа киләсәк.  Ә Фәйзи Ғәскәров исемендә Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары күптән төйәктең символына әйләнгән “Ете ҡыҙ” бейеүе менән тамашасылар күңелен яуланы. Зал шығырым тулы. Сығыш яһаусылар оҙайлы алҡыштар менән ҡаршы алына һәм оҙатыла. Залдан тамашасылар оло тәьҫораттар менән сыға. Концерттан һуң барыһы ла үҙен Башҡортостанда кеүек итеп тоя алды. Фотокүргәҙмәлә Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ағиҙел йылғаһы, һабантуйҙарҙан күренештәр урын алды. Музей экспонаттары ла ҡуйылды залға: милли кейемдәр, ҡул эштәре, һуғыш ҡоралдары. Тарихты үҙгәртеп яҙып булмай, ти башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған голландтар. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ундай ниәтле кешеләр осрай, тип бүлешәләр. Был һүҙҙәргә ышанмау мөмкин түгел. Почетлы консул да, ябай халыҡ та  ҙур ышаныс  яулай. Улар Рәсәй ғәскәрҙәренә Нидерландтың бойондороҡһоҙлоғо  өсөн рәхмәтле.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Яндекс.Метрика