Донъя чемпионынан оҫталыҡ дәресе

Спорт менән шөғөлләнгән һәр кемгә лә билдәле – тән торошон төрлө  яҡлап үҫтереү мөһим.  Республиканыңҡатнаш алыш федерацияһында шөғөлләнгән егет-ҡыҙҙар быны яҡшы белә һәм буш ваҡытында башҡа спорт төрҙәренә иғтибар итә. Саңғыла йүгереү һәм рингта һуғышыу. Бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған был ике спорт төрөнөң, шулай ҙа оҡшаш яҡтары күп. Һәр ҡайһыныһында ла тын юлдарының  иркен булыуы һәм сыҙамлылыҡ талап ителә. Ә бына мускулдар төрлөсә эшләй икән. ММА федерацияһында үткәргән төрлө кимәлдәге уйындарҙа төбәк спортсыларының уңышлы сығыш яһауы, уларҙың әҙерлегенең яҡшы кимәлдә булыуын раҫлай. Алышсыларҙың бөтә яҡлап та камил үҫешеүенә ҙур иғтибар бүленә. Саңғыла йөрөй белмәү оят түгел, өйрәнергә теләмәү оят, тип һанай Максим Чудов һәм, яҡшы өйрәтеүсең булғанда, бер көн эсендә төрлө алымдарҙы үҙләштерергә, ә аҙаҡ, ташламай шөғөлләнеп, камиллаштырырға була ти. Түбәнгә шыуып төшөү, үргә менеү, тигеҙ урындарҙа төрлө стилдә елдереү – даими саңғыла йүгергән хәлдә бик тиҙ  оҫтарырға мөмкин. Саңғыла йөрөүҙең бөтә тәмен татырға теләүселәр өсөн классик , ә тиҙлеккә өҫтөнлөк биреүселәргә коньки стиле ҡулай. Иң мөһиме – саңғыла йөрөүҙең бер кемгә лә  зыяны юҡ. Файҙаһы – һанап бөткөһөҙ. Еңел генә осоп ҡуҙғалып киткән Максим Чудов менән үткән дәрестең иң ҡыҙыҡлы өлөшө эстафета булғандыр.

Йылдамлыҡ, етеҙлек  һәм саңғыларҙа кәүҙәне дөрөҫ тотоу һәләте тап ошонда асыҡланды. Ҡатнаш алыш федерацияһы спортсылары артабан саңғыла даими йөрөргә тигән теләктә. Ҡышҡыһын сынығыу өсөн мөмкинлектәр ҙур. Шуға күрә лә киләһе ялдарҙа егеттәр ҡышҡы футбол уйнарға ниәтләй.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙ иретеүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Боҙ иретеүселәр

Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан спортсылары һынатмай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спортсылары һынатмай

 Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын.  Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

27 января 2021
Смотреть видео Ауырғазыла мобиль технопарк асылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

27 января 2021
Смотреть видео Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә | ГТРК «Башкортостан»

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә

 “Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

27 января 2021
Смотреть видео Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды

Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

27 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә

Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде.   «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар  ҡайтанан иҫәпләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә

Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала

Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы  Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост  ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

26 января 2021
Смотреть видео Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы

Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

26 января 2021
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды

Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте  бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...

26 января 2021
Яндекс.Метрика