Өфө химиктары заман техникаһы өсөн яңы аккумулятор өлгөләре сығарыу юлында

Фәндәр академияһынының органик химия институты Новосибирск белгестәре менән литий-көкөрт нигеҙенә ҡоролған батарейкалар етештерә башларға ниәтләй. Электрохимия лабораторияһының өлкән фәнни хеҙмәткәре Елена Кузьмина химик сығанаҡтарҙан электр энергияһын алыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Заман ҡоролмаларында әле ҡулланылған литий иондарын литий-көкөрткә алмаштырған осраҡта аккумуляторҙарҙың энергия биреү ҡеүәтен ике тапҡырға арттырырға мөмкин, ти Елена Владимировна. Өҫтәүенә, уларҙың хаҡы түбән, сөнки беренсенән, Рәсәй көкөрт сығанаҡтарына бай, икенсенән, был сеймал үҙе арзан.2025 йылға электр энергияһын яңы сығанаҡтарҙан алып, халыҡты электромобилдәргә күсереп экологик мәсьәләне ыңғай хәл итеү хыялы менән янған Өфө ғалимдарының хеҙмәттәштәре иһә кешелек сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан вирустар менән көрәшеүҙең яңы юлдарын эҙләй. Айрат Ғимәжетдинов түбән молекуляр биокөйләгестәр лабораторияһында ун беренсе йыл тикшеренеүҙәр алып бара. Б гепатиты, яман шеш, гинекология өлкәһе сирҙәрен дауалау өсөн дарыу эҙләгән ғалимдарҙың һөҙөмтәле тәжрибәһе лә бар.Грант аҡсаһын органик химия институты ғалимдары яңы ҡорамалдар һәм йыһаздарға тотонған. Бөгөн тәжрибәләрҙе ҡиммәтле заманса ҡоролмалар ярҙамында үткәрәләр. Химиктарҙың оҙайлы тәжрибәһе артабан бында, физик-химик ысул лабораторияһында тикшереү үтә. Спектраль анализдан сығып матдәләрҙе тикшереүҙе дауам итеү йәиһә уларҙан баш тартып яңыларын эҙләү тураһыда ҡарар ҡабул ителә. Өлкән фәнни хеҙмәткәр Александр Лобов эшләнмәләрҙе махсус шарттарҙа тикшереү ысулын күрһәтә. Башҡа лабораторияларҙа яһалған ҡатнашмаларҙың вәғәҙә ителгән сифаттары был шарттарҙа йә таныла, йә инҡар ителә. Артабан – туҡтауһыҙ химия реакциялары дауам итә. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең органик химия институты хеҙмәткәрҙәре танылған ғалим, фәнни учреждениеның элекке етәксеһе академик Генрих Толстиковтың васыятына тоғро. Уның 85 йыллыҡ юбилейына арналған йыйылышта институттың уңыштары һәм маҡсаттары тураһында фекер алышыу булды. Өфө химиктарының ауыл хужалығы, медицина, инновациялар тармағындағы ҡаҙаныштары Рәсәй генә түгел сит ил етештереүселәренең дә ҡыҙыҡһыныуын уята. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Тел уҡытыусылары фекер алыша | ГТРК «Башкортостан»

Тел уҡытыусылары фекер алыша

Ғафури районы үҙәге Красноусол ҡасабаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы дауам итә. Хәбәр итеүебеҙсә, ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт теле йылына арнала. Сарала ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат...

24 сентября 2020
Смотреть видео Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла | ГТРК «Башкортостан»

Йәш профессионалдар Өфөгә йыйыла

 “Йәш професионалдар” милли чемпионатының финалы 2021 йылда Башҡортостанда үтәсәк. Ярыштар әләмен Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа Кемерово өлкәһе губернаторы Сергей Цивилев тапшырҙы. Республика етәксеһе билдәләүенсә, финал ярыштарын үткәреү өсөн Башҡортостан өр яңы объекттар төҙөйәсәк. “...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эске туризм ныҡлы үҫеш ала

Хәҙер оло быуын вәкилдәре өсөн республика буйлап бушлай сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар. Өфөлә үҙенсәлекле  социаль проект үҙ эшен башланы.  Төп маҡсат  - эске туризмды үҫтереү һәм  оло быуын вәкилдәрен республиканың  тәбиғәте, мәҙәниәте һәм тарихы менән ентекле ...

23 сентября 2020
Смотреть видео Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды

Уның төп маҡсаты — штраф түләмәүселәрҙе асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу. Дәүләт автоинспекцияһынанан хәбәр итеүҙәренсә, штрафты ҡарар законлы көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләргә кәрәк.  Һуңлағандар уны икеләтә күләмдә түләргә тейеш. Шулай уҡ ҡануниәт бындай водителдәрҙе 15 тәүлеккә...

23 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Фёдоров балалар баҡсаһына урын юҡлыҡтан, сабыйҙарын шәхси балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн  түләүҙәрҙе  компенсацияларға, тигән  тәҡдим менән сығыш яһаны.  Мөрәжәғәтендә ул, Конституция граждандарға мәктәпкәсә тиклемге белем биреүҙең...

23 сентября 2020
Смотреть видео Бер юлы ике операция | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы ике операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары пациентҡа бер юлы ике операция эшләгән. Ҡушма операция республикала алтынсы тапҡыр башҡарыла. Бөйөрөндәге яман шеште алып ташлатҡан һәм йөрәгенә операция эшләткән пациенттарҙың хәле нисек? Табиптар операциянан һуң пациенттарҙың хәлен һәр...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация башланды

Беренсе ун прививка  Республика инфекцион клиникаһының медицина хеҙмәткәрҙәренә яһалды.  Гам-Ковид-Вак уның менән эш иткән һәр кемдән һаҡлыҡ һәм тиҙлекте талап итә. Башҡаланың 52-се поликиликаһы провизоры талымлы вакцинаны махсус машинала “Башфармация”  һыуытҡысынан һанаулы ваҡыт...

23 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Милли йәштәр театры көнө

Башҡортостан -24 каналы аша тамашасы театрҙың актерҙары, премьералар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша алды. Иртәнге 7-лә улар «Доброе утро, Республика!»  тапшырыуы алып барыусылары менән театр буйлап экскурсияға юлланды. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры республикала...

18 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Донъяла коронавирус менән ауырыусылар һаны 30 миллион кешенән ашҡан. Европа илдәре араһында иң ҡатмарлы хәл Испанияла күҙәтелә. Шуға властар Мадрид ҡалаһында өлөшләтә карантин иғлан иткән. Америка Ҡушма штаттарына ябырылған Салли ҡойоно электр сымдарын  боҙған. Һөҙөмтәлә ярты миллионға яҡын...

18 сентября 2020
Смотреть видео Йылытыу миҙгеле асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу миҙгеле асыҡ

Быйыл был ҡарар һауа торошона ғына бәйләнмәгән. Көҙҙөң тәүге һыуығы менән кисекмәҫтән йылы биреү дауахана өсөн ғәҙәттән тыш хәл түгел. Эшселәр бында йәй буйы йылытыу селтәрен төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының йылытыу ҡоролмаларының эшен ресурс...

18 сентября 2020
Яндекс.Метрика